Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
9 Июль 2022, 15:00

Яңы "Нива"лар ниндәй булыр?

Кузовтарын иретеп-йәбештереү башланды.  

Яңы "Нива"лар ниндәй булыр?
Яңы "Нива"лар ниндәй булыр?

Әле автоконцернда Niva йыйыу линияһын яңынан эшләтеп ебәреү өсөн әҙерләйҙәр.

Тәүге кузовтарҙы иретеп йәбештереү башланған да инде – киләһе аҙнаның башында уларҙы буяуға оҙатасаҡтар. Автомобиль төҫтәре күп төрлө: ҡуйы ҡурай еләге төҫөнән башлап һоро һәм йәшелгә тиклем бар.

Lada Niva Legend автомобиленең дүрт төрлө комплектацияһы буласаҡ: классик, [Black], Lux һәм Urban. Һуңғы ике вариантта водителдәр алғы ултырғыстарҙы, көҙгөләрҙе йылыта аласаҡ, унда кондиционер, электр күсергес бар.

Бөтә автомобилдәр ҙә ISOFIX балалар ултырғыстары өсөн нығытма менән тәьмин ителәсәк – был хәрәкәт ваҡытында балалар хәүефһеҙлеге өсөн үтә мөһим.

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: