Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
9 Август 2022, 10:02

Иҫке лә булһын, шәп тә булһын

Нисек итеп тотонолған машина һайларға?

“Бәйләнештә”.
Фото:“Бәйләнештә”.

Автосалондарҙағы яҡын барып булмаҫтай хаҡтар һәм яңы автомобилдәргә ҡытлыҡ бик күп рәсәйҙәрҙе икенсел баҙарҙа альтернатива эҙләүгә этәрә. Әле тотонолоп һатылған машиналарҙың күбеһе иҫкереп бөткән булыуға ҡарамаҫтан, билдәле бер хаҡҡа лайыҡлыларын да табырға мөмкин.

Әгәр машина һатып алыр өсөн аҡсағыҙ сикле булһа, мәҫәлән, автомобиль алып бирешеү хеҙмәттәрендә экономияларға мөмкин. Бының өсөн тотонолған автомобилде сервисҡа алып барыр алдынан иң тәүҙә нимәһенә иғтибар итергә кәрәген белеү мөһим. Ниндәй билдәләрҙең һатып алыусыға деталдәрҙең торошон күрһәт­кәнен дә белеү шарт.

Машинаның документтары, уға хужа булыу осоро тарихы, юридик яҡтан таҙа­лы­ғы һәм башҡа формаллектәр тикше­релгәндән һуң, уның торошонда нимәгә ныҡ иғтибар итергә? Нисек кенә булмаһын, алдан табылған етешһеҙлектәр уңышһыҙ һатып алыуҙан һаҡлау ғына түгел, үҙегеҙ файҙаһына уңышлы сауҙалашыу өсөн дә нигеҙ була ала.

 

Кузов

 

Был – өс иң ҡиммәтле, шулай уҡ теләһә ниндәй автомобилдең тергеҙеү өсөн күп көс талап иткән элементтарының береһе. Шуға күрә, аҙаҡ ремонтҡа аҡса сығармаҫ өсөн, иң беренсе кузовтың торошон баһаларға кәрәк. Машинаның аварияһыҙ йөрөгән-йөрөмәгәнен кузовтың төҫө тура килмәүе, төрлө деталдәренең ялтырауы һәм ҡытыршылығы булыу-булмауы раҫ­лауы йәки кире ҡағыуы ихтимал. Улар бөтәһе лә бер төрлө булырға тейеш.

Ишек, капот һәм багажник тирәләй, шулай уҡ ҡанаттар һәм бамперҙар тоташҡан урындарҙағы ярыҡтар йыш ҡына осһоҙ һәм сифатһыҙ ремонт билдәһе булып тора. Шулай уҡ кузовтың боҙолғанын, ремонт­ланғанын йәки тутығыу эҙҙәрен йәшереү өсөн, яңы ғына буялған булыуы ла мөмкин. Шуға күрә хатта идеаль булып күренгән автомобилде баһалағанда ла, бер нисә деталдең лак-буяу ҡатламы ҡалынлығын интернетта заказ биреп алып булған ябай ҡалынлыҡ үлсәгесе ярҙамында сағыш­тырырға кәрәк. Тәү сиратта – ҡанаттар, ишектәр, капот ҡапҡасы, багажник, шулай уҡ ишектәр аҫтын. Бынан тыш автомобил­дең төбөндә, ишек аҫтында, декоратив һәм һаҡлағыс өҫтәмәләр аҫтында, ҡанат­тарының йәшерен ҡыуышлыҡтарында тут булмауын тикшереү, шулай уҡ тупһаның ситтән күренмәгән өлөшөн тотоп, иҙәндә һәм багажникта келәмдәрҙе күтәреп ҡарау артыҡ булмаҫ. Тағы ла бөтә автомобиль тәҙрәһенең дә мөйөштәренә ҡуйылған маркировканы сағыштырығыҙ. Унда шифрлан­ған етештереү йылы машинаның сығарыл­ған көнөнә ҡарағанда яңыраҡ булырға тейеш түгел. Әгәр машинаның алғы быяла­һын алмаштырыу бер кемде лә аптырат­ма­һа, бер яҡтағы яңы быяла – авария һәм ремонт тураһында уйланырға сәбәп ул.

 

Двигатель

 

Мотор – кузовтан һуң автомобилдең ҡиммәтлелеге һәм ремонтлау ҡатмарлы­лығы буйынса икенсе өлөшө. Уны ҡарауға белгестәрҙе йәлеп итеү яҡшыраҡ. Мәҫәлән, машинаны сервисҡа диагностикаға алып барырға була. Двигателдәрҙең төрлө типтары һәм моделдәре күп. Һәр ҡайһыһының үҙенсәлектәре һәм нескәлектәре, шулай уҡ тыумыштан булған “ауырыуҙары” ла бар, уларҙы дөйөм кәңәштәр менән генә һанап бөтөрлөк түгел. Шуға ҡарамаҫтан, автомобиль двигателен үҙаллы ҡарар өсөн ҡайһы бер универсаль кәңәштәр бар.

Ремонт һәм аҡса һалыуҙы талап итмәгән төҙөк мотор тигеҙ тауыш сығарырға, сит тауыштарһыҙ (шылтырау, шыҡылдау, шығырлау, шаҡыу һәм сыйылдау), аныҡ яңғырарға тейеш. Һалҡын килеш тоҡандыр­ғандан һуң, газ сығарыу торбаһынан сыҡҡан төтөн аҡ, зәңгәрһыу йәки күк (йылы ҡоро көндә) булырға тейеш түгел. Бындай төҫтәр яғыулыҡтың тулыһынса янмағаны, антифриздың йәки майҙың яныу камераларына эләккәне хаҡында һөйләй. Һуңғыһы шулай уҡ әсе май еҫенән һиҙелеүе ихтимал. Төҙөк машина – төҫһөҙ, дизелдәрҙә газ үткәргәндә һәм көсөргәнеш менән эшләгәндә ҡара төтөн булыуы мөмкин.

Двигателдә һәм уның элементтарында шыйыҡса төшкән эҙҙәр булмаҫҡа тейеш. Клапан ҡапҡасы прокладкаһының майлы быуы, аҫтан ағып, тамсылап торған майы – хәүефле билдә һәм сауҙалашыу өсөн сәбәп. Тимәк, иң кәмендә сальниктар, манжет һәм прокладкаларҙы алмаштырырға кәрәк, ҙурыраҡ проблемалар ҙа булыуы ихтимал. Йыуылған һәм ялтырап торған мо­тор ҙа шикләндерергә тейеш. Шулай итеп һатыусы уның проблемаларын йә­ше­рергә маташыуы мөмкин. Майҙың кимә­лен һәм төҫөн тикшерегеҙ. Унан янған еҫ сығырға, эмульсияһы йәки күпереге булыр­ға тейеш түгел. Бер тамсы майҙы ҡағыҙ битенә тамыҙығыҙ. Ул кипкәс, таҙа һәм яңы майҙан эҙ ҡалмаҫҡа тейеш. Ҡарайып торһа, эҙҙәр ҡалһа, был – иҫке һәм бысраҡ май билдәһе.

 

Күсергестәр тартмаһы

 

Һәр машинаның ремонттағы өсөнсө ҡиммәт элементы – күсергестәр тартмаһы. Уның “сире”нең тәүге билдәләрен күҙ уңынан ысҡындырғанда, тергеҙеүгә күп көс һәм аҡса һалырға тура киләсәк. Двигателдәге кеүек үк, тартманың корпусы ҡоро булырға тейеш – май эҙҙәре, быуланыуһыҙ. Быға машинаның аҫтынан күҙ һалып йәки уны күтәргескә мендереп инанырға мөмкин. Белгестәр ҡумтала уртаса 60 мең километрҙан һуң майҙы алмаштырырға тәҡдим итә, ләкин быны һәм майҙың таҙалығын ябай ҡарашҡа тикшереп булмай – һатыусының һүҙенә ышанырға ғына ҡала.

Шуға күрә сервиста диагностика үткәр­мәйенсә, ККП торошо тураһында алдан йөрөп ҡарап ҡына фекер йөрөтөргә тура киләсәк. “Механика”ның төҙөк булма­ғаны тураһында сигнал – тапшырыуҙарҙы күсереүҙә ауырлыҡтар була. Был осраҡта шығырлау, сыйылдау йәки подшипниктар­ҙың дығырлауы ла ишетелергә тейеш.  Эшкинмәгән йәки боҙолорға торған “автомат”тың билдәләре – пробуксировка, тапшырыуҙы алмаштырғанда һәм тиҙлек йыйғанда  тартышыу һәм “абыныу”. Ваҡыт-ваҡыты менән ул “оҙаҡ уйлай” башлай. Ватылыр алдынан вариаторҙар һәм “роботтар” ҙа үҙҙәрен шулай тота. Улар менән машинаның һүлпән генә ҡуҙғалыуы һәм тиҙлеге насар булыуы ихтимал, ә ҡулдан күсереү режимы бөтөнләй юҡҡа сыға.

 

Йөрөү системаһы (ходовая)

 

Подвескалағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү хаҡы ла аҙ түгел, әммә ул, ҡағиҙә булараҡ, көс агрегатын ремонтлауға ҡарағанда осһоҙораҡ. Шуға күрә ҡыҙыҡһындырған автомобиль менән танышҡанда әллә ни иғтибар бирмәһәң дә була. Атап әйткәндә, шиндар протекторының тигеҙһеҙ туҙыуы, уларҙы тиҙ арала алмаштырыу кәрәклеге­нән тыш, сход/развалды тикшерергә кәрәклеккә ишаралай. Аныҡ мәғлүмәт кәрәкһә инде – диагностика талап ителә.

Ағыу эҙҙәре булған йәки быуланған амортизаторҙар, шулай уҡ бөгөлгән ҡорос тәгәрмәс дискылары йәки ныҡ боҙолған еңел иретмә дискылары – сауҙалашыу өсөн яҡшы сәбәп. Былар барыһы ла төҙә­телә һәм алмаштырыла, әммә аҡса талап итә. Был суммаға тотонолған машина хаҡын кәметергә була. “Һырһыҙ” йәки иҫке резина ла яңыртыуҙы һорай. Тигеҙ булмаған ерҙе үткән саҡтағы шытырлау, һуғыу һәм башҡа сит тауыштар – автосервис оҫталарына машинаны күрһәтер өсөн сәбәп.

Бер юлы тәгәрмәстәрҙең араһы аша тормоз дискыларының һәм колодкаларҙың торошон һәм хәлен баһаларға мөмкин. Бәлки, улар ҙа алмаштырыуҙы талап итәлер. Китеп барғанда машинаның нисек тормоз тотҡанын да тикшерергә кәрәк. Ул һөҙөмтәле әкренәйәме, ABS был саҡта эшләйме, рулде ебәрһәң, ситкә алып китмәйме, колодкалар йылынмаймы? Шулай уҡ туҡталҡа тормозы эшләйме-юҡмы, ул машинаны юл ситендә тотоп тора аламы икәнен ҡарағыҙ.

 

Интерьер

 

Интерьер – автомобиль торошоноң мөһим маркеры. Алғы һәм ишек панел­дә­ренең, шулай уҡ багажниктың стенала­рының һәм иҙәндәрҙең һыҙырылыуы, бысраҡ салон, ултырғыстарҙың бысраҡ, ышҡылған йәки йыртылған тышсаһы, шулай уҡ насар еҫ машина хужаһының әрпешлеге тураһында ғына һөйләмәй. Уның башҡа мөһим деталдәре лә насар хәлдә булыуы, машинаның ҡаралмауы ихтимал. Өҫтәүенә, ялтырауға тиклем еткерелеп ышҡылған руль, педаль өҫтәмәләре ышҡылыуы, водитель креслоһы ситендәге тишектәр машинаның бик оҙаҡ йөрөүе тураһында әйтә. Намыҫһыҙ һатыусылар машинаның үткән юлын күсерә алһа ла, был билдәләр ысынбарлыҡты күрһәтә.

Автомобилде тоҡандырғас, приборкала­ғы бөтә сигнал лампаларының янғанына һәм двигателде ебәргәс һүнгәненә иғтибар итегеҙ. Хата тураһындағы хәбәрҙәр, Check engine һәм башҡа, ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары төҫтәге хәүеф төймәләренең яныуы электрон ярҙамсының йәки башҡа системалар­ҙың эшләмәгәне тураһында һөйләй. Ә был, иң кәмендә, диагностика, ремонт һәм өҫтәмә сығымдар. Машинаны ҡараған саҡта уның бөтә системалары ла төҙөкмө икәнен тикшерегеҙ. Бар төймәләргә һәм рычагтарға баҫҡылап ҡарағыҙ, улар ҙа эшләп торорға тейеш.

Кондиционерҙың эшен мөмкин тиклем һыуытыу режимында тикшерегеҙ. Әгәр ул тәртиптә булһа, 3-4 минуттан салон һалҡын ғына түгел, ә боҙло тиерлек һауаны тултыра башлай. Кондиционерҙы заправкалау ҙа, әгәр эш бөтөп барған фреонда ғына булһа, аҡсаға төшә. Әммә система төҙөк булмағанда, ҡағиҙә булараҡ, проблеманы хәл итеү етди аҡса талап итә. Ултырғыс һәм көҙгөнө йылытыу эшен тикшерергә кәрәк. Шулай уҡ электр быяла күтәргестәр, плафондар, креслоларҙы һәм көҙгөләрҙе электр менән көйләү, мультирулдәге төймәләр... Ваҡыт үтеү менән бәйләнеш боҙолоуы йәки күсергес моторҙарының эшлектән сығыуы ихтимал.

Күренеүенсә, тотонолған автомобиль алыу еңел эш түгел. Шуға шик ҡала икән, диагностикаға, яҡшы белгестәргә алып барырға кәрәктер.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: