Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
18 Сентябрь 2022, 20:35

Иң оҫта водитель кем булыр?

“Иң яҡшы йөк машинаһы водителе” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы старт алды.

Иң оҫта водитель кем булыр?
Иң оҫта водитель кем булыр?

Бөгөн “Өфө-Арена” боҙ һарайы майҙансығында “Иң яҡшы йөк машинаһы водителе” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланды. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына ярашлы уҙғарыла.  

Өс көн дауамында үҙҙәренең һәләтен 55 транспорт ойошмаһы вәкилдәре күрһәтәсәк, улар Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 30 муниципаль берәмегенән йыйылған: Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ижевск, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Рязань, Омск һәм башҡалар.

Ярыштар 10-ға тиклем һәм 10 тоннанан ашыу автомобиль кластары араһында уҙғарыла. Конкурстың приз фонды бер миллион һум тәшкил итә.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев, транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. "Конкурс “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы үтә. Башҡортостан милли проект бурыстарын үтәүҙә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ә төп маҡсат – юлдарыбыҙҙы хәүефһеҙерәк итеү. Әлегеләй конкурстар ошо ниәткә булышлыҡ итәсәк, сөнки улар водителдәрҙең оҫталығын арттыра, йөрөтөү кимәлен яңы кимәлгә күтәрә", - тине Алан Марзаев.

Ярыш барышында водителдәр фигуралы йөрөтөүҙә лә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙә лә оҫталығын күрһәтәсәк. Еңеүселәрҙе бүләкләү 20 сентябрҙә була.

Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: