Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
2 Декабрь 2022, 16:50

Автоледи мажаралары

Мин нисек машина йөрөтөргә өйрәндем?

Бөгөн юлдағы автомобилдәрҙең яртыһында тиерлек ҡатын-ҡыҙ рулдә. Автомобиль йөрөтөү заман талабына әүерелде. Быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Ошоға бәйле бер яҙмамды тәҡдим итәм. Бәлки, рулгә ултырырға кәрәк булып та йөрьәт итә алмай йөрөгән ҡайһы берәүҙәр өсөн ҡыҙыҡлы йә файҙалы булыр...

 

“Уңғараҡ! Һулғараҡ!”

 

Автомобилсе булып китеүҙә һәр кемдең үҙ тарихы, үҙ мажараһы. Мин дә ғүмерҙә лә рулгә ултырырмын тип уйламағайным. “Ниңә машина йөрөтмәйһең?” тип һораһалар, “Миңә ҡарағанда, айыуҙы өйрәтеүе еңеле­рәктер, моғайын”, тип көлә инем. Декрет ялы­нан һуң “Йәшлек”тең баш бухгалтеры Зәлиә Рәхимова “Әйҙә, автомәктәпкә яҙы­лайыҡ” тип ҡотортто. Мәктәбен ул һайланы, мин ризалаштым. Инструктор – йәш кенә егет. Машина тоҡандыра алмаһам да, педалдәрҙе бутаһам да, һыны ҡатып көлә лә ҡуя. Әрләмәй. Үтә йыуаш. Теорияны алып барған инструктор дәрестә рулдә йөрөүҙең уйын эш түгеллеген төшөндөрөп һөйләгәндә, ҡаршыға тонна-тонна ат көсө машина килгәнен күҙ алдыма килтереүҙән ҡотом оса. Төп юл, кирбес, бер һыҙат, ике һыҙат, уҙыу тыйыла... башыма айырым-айырым юл ҡағиҙәләре һеңгәне генә хәтерҙә. Теориянан имтихан бирҙем, ҡалғанын һөйләп тормайым, үҙем генә беләм. Һәр хәлдә, тәүге имтихан тапшырған көндә курсанттар араһынан бер мин генә водитель таныҡлығы алдым...

Механикала йөрөй алмаҫымды аңлағас, ҡулдан булһа ла, өйрәнер өсөн автомат алам, тип машина эҙләйбеҙ. Ете-һигеҙ машина барып ҡараныҡ. Оҡшағаны юҡ. Шунан сағыштырмаса арзан автомат машинаға туҡталдым да салондан өр-яңыһын барып алдым. Алып ҡайтып ҡуйҙыҡ та ҡарап торам: “Күпме аҡса түгеп, бынау нәмәне алып ҡай­тып ултырттырҙым. Ғүмерҙә лә рулгә ултыра алмаясаҡмын бит инде...” – тим. “Миңә ул кә­рәк инеме?” тип эстән генә үҙемде әрләйем...

Машина бер көн торғандан һуң, ялда Шамо­нинға киттек. Рулдә – ирем. Ҡала ситенә сыҡҡас, был мине рулгә ултыртты. Ваҡыты-ваҡыты менән юл ситенә сығып китә яҙғанымды иҫәпләмәгәндә, буш, иркен трасса буйлап һәүетемсә генә барам кеүек. Руслан хатта “нормально, нормально” тип маҡтап та ебәргән була. Кире ҡайтҡанда был, тамам ышанып, рулде миңә бирҙе.

Бер заман ҡайнап торған Салауат Юлаев проспектына килеп төштөм. Көҙгөнө бөтөн­ләй аңламайым. Бөтөнләй. Артта килгән бөтә машиналар минең өҫкә менеп килә тиерһең. Руслан “тура бар” тип әрләй. Мин ҡалтыранып рулде улай-былай борғолауҙан машина уйнай. Ни тиһәң дә, йәкшәмбе кис. Кем баҡсанан, кем райондан ҡайта, ҙур юл артерияһында хәрәкәттең иң көслө мәле. Руслан, бар тыныслығын һаҡлап, түҙеп килә. Бер ҡулы – рулдә. Сипайловоға килеп төшөү менән туҡтарға ҡушты. Үҙе төштө лә, запас частар һатылған магазиндан ҙур өндәү билдәһе һатып алып сығып, артҡы тәҙрәгә йәбештереп тә ҡуйҙы.

Өйгә тиклем күп ҡалмағайны. Был миңә нимә һораһам да, асыу­ланып яуап бирә. Ихатаға ҡайтып еткәс, машинаны туҡталҡаға ҡуйып маташам. Руслан юл буйы йыйылған асыуын сығарырға теләпмелер инде, мине идеаль рәүештә итеп парковкаға ҡуйҙырырға булды, ахыры. Тырышып-тырышып ҡарайым да, булырлыҡ түгел. Был миңә “Уңғараҡ! Һулғараҡ!” ти ҙә ҡысҡыра. Улай ҙа оҡшамай, былай ҙа... Шунан ҡапыл “Йә, булды!” тип ҡысҡырғайны, мин тормозға баҫам тип, газға баҫыуҙан, машинам, бейек бордюрҙы һикереп сығып, ҡаршыла тик торған “Форд”ҡа саҡ менеп китмәне. Ярай Руслан үҙе ҡапыл ғына рулде бороп өлгөрҙө. Салондағы ҡыҙыбыҙ Алтынайҙың башы ҡаҡлыҡты, минең йөрәк шартлай яҙҙы, атайыбыҙҙың ҡобараһы осто.

 

Була торған хәл

 

Тәүге ошо уңышһыҙ тәжрибәнән һуң бө­төн­ләй рулгә ултырыуҙан төңөлмәксе инем. Руслан тышта ҡалып, тәмәке тартыпмы тынысланып инде лә, “ярай, була торған хәл” тип йыуатҡан булды. Иртәгәһенә эшкә авто­буста киттем. Ҡайтҡас, ирем: “Нишләп маши­наңда барманың?” – тип һорағас, күңел йәнә ҡанатланды. “Әйҙә, Телеүҙәккә тиклем машинала юл күрһәт әле миңә”, – тип тағы сығып киттем. Барғанда ул, ҡайтҡанда рулгә үҙем ултырып, “маршрут” һалып алдым. Барыр юл буйлап психологик бәйләнеш бул­дыр­ҙым инде үҙемсә. Ҡайҙан боролам, кем мине үткәрергә тейеш, ә үҙем ҡайһы урында башҡаларға юл бирәм... бер тәртипкә һалып алдым.

Иртән яңғыҙ ҡуҙғалдым. Үтә әкрен барам­мы, тигеҙ йөрөмә­йемме, аңлайышһыҙ ма­невр­ҙар яһайыммы – кемеһелер сигнал би­рә, бәғзеһе арттан йәне көйөп килеп, терә­лә яҙып, ҡапыл юлымды ҡыйып үтә. Һәм ни ғә­ләмәт... ҡурҡыштан ятлап алған юлым­ды бутап, Салауат проспектынан иртә боролоп, геү килеп торған Әй урамына килеп мендем. Был маршрут минең планда юҡ бит инде. Юғалып ҡалыуҙан урам уртаһында шып туҡтағы килә лә бит, мейене “ярамай, минең йөрөй белмәгәнемдә кемдең ни эше” тигән уй телеп үтә. Иң ҡурҡҡаным – берәй­һенә ба­рып төртөлөп ҡуйыу. Яй ғына юл ситенә барып торҙом. Машинаны һүндереп, алға йәйәү атлайым. Бара биреп, ҡайҙа, нисек борол­ғандарын ҡарап торам-торам да, кире әйлә­неп, машинаны ҡабыҙып, юлымды артабан дауам итәм, шунан тағы ҡабатлайым.

Эшкә килеп еттем-етеүен, тик машинаңа урын табыу үҙе бер ыҙа икән. Ике автомобиль араһына ҡыҫылып тығылдым да, сыға ла, артҡа ла бирә алмайым. Ныҡ яҡынай­ғанмын. Ни эшләргә? Редакцияға шылтыратам. Ярай Илдар Байбулатов йүгереп сыҡты.

Икенсеме, өсөнсөмө көнгә ҡайтып барам. Телеүҙәктән Сипай­ловоға хәтһеҙ ара. Етәрәк, машинам төтәгәнен аңғарҙым. Ҡырҡыу резина еҫе сыға. Аптырайым, үҙемдең ике күҙем юлда. Яңы машинаның нимәһе яныуы мөмкин, әллә берәй етешһеҙлеге бармы икән, тип шөрләй төштөм. Светофор аша сыҡтым да, туҡтап ҡараһам, ҡап-ҡара булып тәгәрмәстәр төтәй. Баҡһаң, ручникта ҡайтҡанмын! 

Автомобиль йөрөтөргә өйрәнеү өсөн ҡурҡыуҙы еңеүҙең иң ябай сере – рулгә көн һайын ултырыу. Шулай иткәндә, ике ай самаһынан аяҡ-ҡул ғына түгел, хатта мейе лә автоматлаша. Педалгә баҫыуыңды, ҡулың йә руль бороуыңды башың “хәҙер шуны эш­ләйем” тип көтөп тормай. Һәр хәрәкәт синхрон рәүештә башҡарыла. Үҙем был этапты иртәле-кисле бер маршрутта – өй менән эш араһында нығыттым. Был осорҙо үҙем өсөн ҙур стресс тип атар инем. Шулай ҙа рәхмәт машинама, Хызыр Ильястың үҙенә! Тәжрибәһеҙ килеш тә үҙемдең дә, кешенең дә машинаһына энә менән сыйғандай ҙа зыян килтермәнем, шөкөр. Аҙаҡ был бәхетле машинаны шулай уҡ автоледиҙар сафын тулылан­дырған дуҫтарымдың береһе һатып алып, имен-һау йөрөп китте.

 

Иреңдең нервыһы етмәүе бар...

 

Күҙәтеүҙәрҙән сығып, шундай һығымта яһар­ға мөмкин: тәү башлап рулгә ултырғас, ике айҙан һуң ниндәйҙер бер еңеллек тоя­һың. Дүрт айҙа ҡәҙимге йөрөй баш­лайһың, бер йыл тигәндә ярайһы ғына оҫтараһың. Ике айға тиклем салонда бөтөнләй музыка тыңлай алмауым, телефон шылтырауын ишетеүҙең ауыр булыуы бөгөн төш кеүек кенә. Уның ҡарауы, белгән-белмәгән доғаларҙы ятлап алдым... Ҡыҙыҡҡа тарыуҙар ҙа булманы түгел, булды, әлбиттә.

Бер мәл ул саҡта Сибайҙа йәшә­гән Ми­ләүшә Ҡаһарманованың Өфөгә ҡунаҡҡа килгән ваҡыты. Уны Яҙыусылар союзында ҡалдырып, үҙем артабан эшкә китергә тейешмен. Ҡапыл-ғара маршрутым үҙгәр­гәс, аптырап ҡалдым. Өҫтәүенә, ҡалын итеп ҡар һалған, юл да тар ғына, йүнләп таҙартыл­маған. Коммунистик урамды ике яҡлап та бейек көрт баҫҡан. Артта теҙелеп авто­мобилдәр колоннаһы килә, туҡтап хәрәкәтте тотҡарлайһым юҡ бит инде... Ярамайҙыр, тип уйлайым.

– Миләш, мин бында бер нисек тә туҡтай алмайым, һин хәҙер тиҙ генә һикереп төшөп ҡал, – тим. Рулдәге кешенең әйткәне ҡанун бит инде, ул да “юҡ” тимәне. Юл ситендәге ҡарға сумды был... Миләүшә нисек тәгәрәп ятып ҡалғанын хәҙер ҙә көлөп һөйләй.

...Бер көн эштән ҡайттым. Ҡалала йорт яны ихатаһын беләһегеҙ, һуңға ҡалһаң, урын табыуы ҡыйын. Машинамды бейек итеп өйөп һалынған ҡар өҫтөнәрәк мендереп ҡуйҙым. Салондан сығып ҡараһам, тимер атымдың тәгәрмәстәре бер яҡлап ысҡынып төшөп бара, саҡ эленеп торғандай. Тиҙ генә иремә шылтыратам.

– Сыҡ әле, тәгәрмәстәргә нимәлер булған, ысҡынып бараларсы, – тим. Был аптырай. Мин аңлата алмайынса, сығып ҡарарға ҡушам. Руслан сыҡты ла йығыла яҙырҙай булып көлә. Баҡһаң, машина яртылаш ҡалҡыу урынға ҡуйылғанға тәгәрмәстәре һалынып тора икән...

Хәҙер был мажараларға ун йылдан ашыу ваҡыт үтте, мин дә икенсе машинамды туҙ­ҙырам. Бөгөн, киреһенсә, йәйәү йөрөү ҡат­марлыраҡ һымаҡ. Өфө урамдарында ла, ҙур юлда ла, сит ҡалаларҙа ла иркен, еңел хәрәкәт итәм. Юл йөрөүҙән рәхәтлек, күңелгә тыныслыҡ, ял алам, Аллаға шөкөр. Әйткән­дәй, гел ҡеүәтләп торһа ла, үҙе профессиональ водитель булған ирем миңә инструктор була алманы. Машинамды тәрбиә­ләп-ҡарап торһа ла, ниндәй һорау бирһәм дә, йә әрләнә, йә тәнҡитләнә инем. Тиҙерәк бар, ҡыума, кеше шулай йөрөймө, соҡорға төш­мә... Дәғүәләр яуҙы ғына. Ә үҙе мин ҡайтып ингәнсе йөрәген тотоп ултырғаны, шыл­тыратҡан һайын телефонын ҡур­ҡып алғаны хәтерҙә. Ә башҡа берәй әхирәтем йә берәй танышым юл йөрөү, техника тура­һында һораһа, ипле итеп аңлата ла, өйрәтә лә белә.

Рулгә ултырырға теләүселәргә әйтергә теләгәнем шул: был эштә төп кәңәшсе – әхирәтең йә сит кеше. Иреңдең нервыһы етмәүе ихтимал. Шуға күрә теләгегеҙ булһа, ҡурҡмағыҙ. Иң мөһиме – барыбыҙҙың да юлдары имен булһын! Аллаһы Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын...

- Рәйлә КҮСЕМХАНОВА

Читайте нас: