Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
11 Ғинуар 2023, 11:30

"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."

Йорт алдында ЮХХДИ машинаһын һәм хеҙмәткәрен һынландырған ҡатынға Рәхмәт хаты тапшырылды.

"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."
"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."

Республика ЮХХДИ идаралығының Учалы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре әүҙем гражданлыҡ ҡарашы һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәтен тәьмин итеү эшенә үҙенсәлекле өлөш индергән өсөн ҡарҙан эшләнгән скульптура авторына – Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан Файза Мөхтәр ҡыҙы Фәттәховаға Рәхмәт хатын тапшырҙы.

– Күп итеп ҡуяндар, ҙур кишер эшләргә уйлағайным. Һөҙөмтәлә тиҙ генә машина эшләргә булдым. Ябай машина ҡыҙыҡ булмаҫ ине, байрам алдынан шаяртырға булдым һәм патруль машинаһы яһаным. Композицияны тулыландырыу, иҫкәртеү маҡсатында, иҫеректәр машина йөрөтмәһен өсөн синтепондан ЮХХДИ хеҙмәткәре һынын өҫтәнем.

Бөтәһен дә бер көн эсендә эшләнем. Күрше тәү күргәндәге хис-тойғолары менән уртаҡлашты: “Сыҡһам, юл-патруле машинаһы тора. Мин танытмамды тикшерә башланым, асыҡланыуынса, өйҙә онотҡанмын, кире боролоп, алырға тура килде”.

Бер ир кеше күршеләренә инеп, унда ЮХХДИ хеҙмәткәре тороп алған да бер ҡайҙа ла китмәй, тип зарланған. Танытмаһы булмаған егет үтеп китергә ҡурҡҡан. Телеграм-каналда унан көлдөләр, ул һын ғына, тип аңлаттылар. Алыҫтан машина ысын автомобиль, ә кеше һыны ЮХХДИ-ның ысын хеҙмәткәре булып күренә. Мин үҙем водитель, ә кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам”, – тип фекерен уртаҡлашты Файза Фәттәхова.

Файза Мөхтәр ҡыҙының тормошҡа ижади күҙлектән ҡарауы йортондағы биҙәктәрҙән үк сағыла. Мәҫәлән, баҡса рәшәткәләре ҡәләм кеүек итеп эшләнгән, ҡапҡаһында - аҡҡош күле, ә балконынан Ҡыш бабай ҡарап тора. Ғөмүмән, һоҡланғыс ҡатын, ошондай дәртле, ыңғай ҡарашлы кешеләр тормошобоҙға йәм өҫтәй.

Фото: vk.com/uchaly_govorit

"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."
"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."
"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."
"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."
"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."
"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."
"Мин үҙем водитель, кемдер юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа, һәр ваҡыт борсолам..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: