Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
20 Ғинуар 2023, 21:46

Йыл яңылығы: Lada Niva Sport

 Lada Sport бүлексәһе ғәҙәти булмаған яңылыҡ әҙерләй: быйыл бәләкәй сериялы яңы спорт “Нива”һы етештерелә башлаясаҡ! Күп кенә сит ил етештереүселәренең китеүе сәбәпле барлыҡҡа килгән автомобиль баҙарындағы көрсөк Lada Niva машиналары “ғаиләһенә” яңы һулыш өрҙө. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса, һатыуҙа “Нива”лар ни бары “Гранта”нан ғына ҡалышты.

 Шулай итеп, яңы Lada Niva Sport көтөлә, тинек, ә ул ниндәй булыр икән? Белгестәр уны күҙаллаған да. Ике төрлө булыр тип көтөлә: Drive Active модифи­кацияһы (бында баҫым башлыса тышҡы биҙәлешенә яһала) һәм тулы ҡанлы Sport варианты. Уныһының двигателе ҡеүәтлерәк булыр, яңыртылған подвеска һәм трансмиссия өҫтәлер тип көтөлә.

Тыштан ҡарағанда Lada Niva Sport киңәйтелгән пластик аркалары һәм тупһаларына ҡаплама, киңәйтелгән диаметрлы шиналар, шноркель һәм ҡеүәтле светодиодлы өҫтәмә фаралары менән айырыласаҡ.

Шулай уҡ Sport версияһы көсәйтелгән артҡы күперле һәм редукторлы булыр тип күҙаллана. Әммә иң мөһиме – двигатель. Элекке 1.7-ле двигатель яңыр­тылған һигеҙ клапанлы, ҡеүәте 90 ат көсө менән иҫәпләнгән 1.6-лы моторға алмаштырыласаҡ. Ә иң ҡеүәтле Lada Niva Sportҡа иһә 1.8 литрлы 122 ат көслө двигатель ҡуйыласаҡ. Компоновка үҙенсәлектәре арҡаһында мотор отсегынан алмаш тәгәрмәсте аласаҡтар – уның урынына ремкомплект тәҡдим итәсәктәр.

Спорт “Нива”һын етештереү 2023 йылдың беренсе кварталында башланыр тип көтөлә ине, әммә был ваҡыт бер аҙ артҡа күсереләсәк тип көтөлә. Хаҡына килгәндә, ул, әлбиттә, “Нива”ның иң ҡиммәтле версияһы буласаҡ. Хаҡтар 1,2 – 1,3 миллион һум булыр тип көтөлә.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: