Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
31 Март 2023, 21:04

Ике тапҡыр күберәк сығарыласаҡ

ixbt.com
Фото:ixbt.com

 Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров менән эш осрашыуы үткәрҙе һәм унда “АвтоВАЗ” предприятиеһының артабанғы яҙмышы тураһында ла һүҙ булды.

2023 йылда Рәсәй автомобиль етештереүсеһе кәмендә 400 000 автомобиль һәм машина комплекты сығарырға ниәтләй. 2022 йыл менән сағыштырғанда сығарыу күләме яҡынса ике тапҡырға арта, ләкин 2021 йыл күрһәткестәренә өлгәшеү барыбер ауырға төшә.

“2022 йыл йомғаҡтары түбәндәгесә: “АвтоВАЗ” тарафынан 220 000 машина комплекты етештерелде. Был, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, 2021 йылғы күрһәткестән түбәнерәк, ул йылда 431 000 машина комплекты тәшкил иткән. Иң ҡатмарлы хәл, әлбиттә, икенсе кварталда булды, һәм күҙаллауҙар тағы ла насарыраҡ ине. Дөйөм алғанда, икенсе ярты йыллыҡта былтырғы кимәлдә эшләнек. Ағымдағы йылға предприятиеның пландары – 400 000 самаһы автомобиль һәм машина комплекттары эшләү”, – тип Кремлдең матбуғат хеҙмәте Азаровтың һүҙҙәрен килтерә.

Хәбәр ителеүенсә, әле “АвтоВАЗ” өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр йыя.

 Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: