Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
31 Март 2023, 21:03

Туҡтатты, тик килмәй...

Был осраҡта нимә эшләргә?

gaidi.ru
Фото:gaidi.ru

Шулай булыуы ла ихтимал: ЮХХДИ патруле бер юлы бер нисә машинаны туҡтата, тик һәр береһенә барып еткәнсе ваҡыт үтә. Ҡайһы бер кешеләр оҙаҡ көтмәй һәм урындан китеп тә бара. Бының өсөн яуаплылыҡ бармы? Әйҙәгеҙ, бергәләп тикшерәйек.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре статьяларына ярашлы, водителдәр власть вәкилдәренең талаптарын үтәргә тейеш. Унда транспорт сараһын тикшереү өсөн хоҡуҡлы хеҙмәткәрҙәр исемлеге бар. Улар – Дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары, көйләүселәр, шулай уҡ таможня контроле зоналарында эшләгән Таможня хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре. Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре лә тикшереү үткәрә ала, ләкин уларҙың эше йөк ташыусыларға ҡарата ғына законлы.

Автоинспектор машинаны таяҡ (жезл), ҡул, шулай уҡ ҡыҙыл ут ҡайтарғыслы махсус диск, махсус яҡтылыҡ йәки тауыш сигналдары ярҙамында туҡтата ала. Юлдағы патруль туҡталыштың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ЮХХДИ инспекторының ым-ишараһы һәм талаптары билдәләрҙең талаптарын бөтөрә, шулай булғас водитель полицейскийҙың бойороғо буйынса “Туҡталыш тыйылған” билдәһе булған зонала ла туҡтай ала.

ЮХХДИ инспекторҙарының да бурыстары бар. Эске эштәр министрлығы приказына ярашлы, инспекторҙар эске хеҙмәт тәртибе буйынса эш итергә тейеш. Ошо приказдың 89-сы пункты буйынса, полиция хеҙмәткәре транспортты туҡтатҡас, шунда уҡ водитель янына барырға, үҙе менән таныштырырға һәм ни өсөн туҡтатҡанын аңлатырға тейеш. Тимәк, ЮХХДИ хеҙмәткәре туҡтатҡан машинаһы янына килмәй үҙ эше менән була икән, ул эске хеҙмәт тәртибен боҙа тигән һүҙ. Водитель уның “туҡта” тигән талабын үтәгән, тик башҡа талаптар булмағас, ул юлын дауам итә ала. Шулай ҙа бының өсөн кәмендә ун минут самаһы ваҡыт көтөргә кәрәк булыр. Ошо ваҡыт эсендә лә килмәйҙәр икән, хәрәкәтте дауам итергә мөмкин. Әгәр автомобилдә видеорегистратор эшләй икән, унда көтөү ваҡытын билдәләргә һәм яҙманы һаҡларға кәрәк. Видеотеркәгес булмаһа, телефонға төшөрөгөҙ. Яҙманың кәрәк булыуы ихтимал.

Әгәр киткәндән һуң, ЮХХДИ патруле артығыҙҙан баҫтыра башлаһа, шунда уҡ туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙә инспекторҙар махсус рәүештә водителдәрҙе ошондай ғәмәлдәргә этәрә, һуңынан власть вәкилдәренең законлы талаптарына буйһонмаған өсөн дәғүә белдерергә маташа. Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.25-се статьяһына ярашлы, ЮХХДИ инспекторына буйһонмаған өсөн 500-800 һум күләмендә штраф ҡаралған. Әммә бында ҡаршы килергә мөмкин, һеҙ ике осраҡта ла талапты үтәп туҡтағанһығыҙ, ә юл буйында оҙаҡ ваҡыт торорға һәм башҡа хәрәкәттә ҡатнашыусыларға ҡамасауларға тейеш түгелһегеҙ. Видеорегистраторҙағы яҙма һеҙҙең хаҡлы булыуығыҙҙы раҫлай. Шул уҡ ваҡытта әрләшергә һәм инспекторҙар менән бәхәскә инергә ярамай. Документтарҙы тикшергәндән һуң водитель йыш ҡына юлын дауам итә ала.

 Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: