Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
31 Март 2023, 21:02

Ваҡыт еттеме?

Һеҙ әле ҡышҡы тәгәрмәсте йәйгеһенә алмаштырҙығыҙмы?

geelyemgrand.ru
Фото:geelyemgrand.ru

Быйыл Башҡортостанға яҙ иртә килде һәм юлдар ҡарҙан әрселеп тә бөттө. Автоһәүәҫкәрҙәр уйға ҡалды? Тәгәрмәсте алмаштырырғамы, әллә әле иртәрәкме? Быны эшләр алдынан ҡануниәт, синоптиктар һәм автомобиль етештереүселәрҙең нимә әйткәнен тыңларға кәрәк.

Ҡануниәт буйынса, ҡыш­ҡы шинаны йәйгеһенә алмаштырыуҙың аныҡ ваҡыты билдәләнмәгән. Законға ярашлы был эш яҙҙың өс айында, тимәк, 1 марттан 31 майға тиклем башҡарылырға тейеш. Таможня союзының Техник регламентына ярашлы, йәй көнө (июнь, июль, август) шиплы шинала йөрөү тыйыла. Ә ҡышҡы осорҙа (декабрь, ғинуар, февраль) кире­һенсә, шипһыҙ шинала йөрөргә ярамай.

Күренеүенсә, ҡану­ниәт­тә аныҡ ваҡыт юҡ. Ә автомобиль етеште­реү­се­ләр нимә ти? Улар феке­ренсә, ҡышҡы резинаны йәйгеһенә уртаса һауа температураһы 5-7 градус йылы була баш­ла­ғас алмаштырырға мөм­кин. Әлеге ваҡытта көндөҙ йылы, 10 градусҡа тиклем етә һәм артып та китә, тик кистәрен һалҡы­найтыуы, минусҡа төшөүе лә ихтимал.

Синоптиктар күҙал­ла­уына килгәндә, улар ҡаба­ланмай торорға саҡыра. Ғөмүмән, күп йыллыҡ тик­ше­реүҙәр һөҙөмтәһендә, улар Рәсәйҙә шиналарҙы кәмендә апрель урта­һында алмаштырырға кәрәк тип тәҡдим итә. Был ва­ҡыт­ҡа тиклем төндә һал­ҡынайтыуы бар, тимәк, иртәнсәк юлда боҙлауыҡ буласаҡ.

Шуға күрә, уларға ҡо­лаҡ һалһаҡ, кәмендә ике аҙна ваҡыт бар.

Әлбиттә, был мәсьә­ләне һәр водитель үҙе өсөн үҙе хәл итә. Шулай ҙа бер ҡасан да хәүеф­һеҙ­лек тураһында онотмайыҡ.

Вадим, Өфө ҡалаһы:

– Тәгәрмәстәрҙең йәйге комплекты ауылда, ҡайнымдың гаражында ята. Районға йыш йөрөп булмай, шуға күрә уңайы килгәндә тип уҙған ялдарҙа уларға барған саҡта тәгәрмәсте алмаштырырға булдым. Быйыл яҙ иртә килде, хатта ауылда ла ҡар иреп бөткән. Ҡышҡы шиптарҙа тауыш сығарып йөрөгәнсе, йәйгеһендә рәхәт. Бер юлы ҡайнымдың машинаһында ла тәгәрмәсте алмаштырҙыҡ. Иртә түгелдер тип уйлайым.

 

Илдар, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

– Юҡ, ҡабаланмайым әле. Бер йылда яҙ иртә килде тип апрель башында уҡ тәгәрмәстәрҙе алмаштырғайным. Ҡапыл апрель уртаһында һыуытты ла ебәрҙе, ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы, иртәндәре боҙлауыҡ ине. Бер көн тормоз тота алмай саҡ аварияға эләкмәнем. Шуға бер аҙна самаһы йәмәғәт транспортында йөрөргә тура килде. Хәҙер башҡаса ашыҡмайым, ныҡлап йылытҡас алмаштырырмын әле.

 

Регина, Өфө ҡалаһы:

– Ирем ҡасан алмаштыра, шунда була инде. Үҙем был эш менән шөғөлләнмәйем дә, нескәлектәрен дә белмәйем. Быйыл, әлегә ҡышҡыһында йөрөп тор, тине, ваҡыты еткәс алмаштырыр әле, мин ҡабаланмайым.

 Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: