Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
11 Апрель 2023, 19:50

Силәбе өлкәһенең Аша районында юл хәрәкәте сикләнә

М-5 Урал - Мәскәү - Рязань - Пенза - Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлын төҙөкләндереү участкаһында быраулау-шартлатыу эштәре үткәреү менән бәйле 2023 йылдың 13 апрелендә урындағы ваҡыт буйынса 10 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем Силәбе өлкәһенең Аша районында 1565 - 1576-сы километрҙарҙа юл хәрәкәте ябыла.

Силәбе өлкәһенең Аша районында юл хәрәкәте сикләнә
Силәбе өлкәһенең Аша районында юл хәрәкәте сикләнә

Был реконструкция участкаһын Аша-Минйәр-Сим маршруты буйынса төбәк юлдары буйлап урап үтеү схемаһы еңел транспорт өсөн генә ҡаралған. Ауыр йөк транспорты (ҙур йөк, автобустар) өсөн быраулау-төшөрөү эштәре ваҡытында йөрөү тыйыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был ваҡыт сикләүҙәре 2023 йылдың 01 октябренә тиклем һәр кесаҙна һайын индереләсәк. Водителдәргә маршрутын планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алырға кәңәш ителә. Юл торошо тураһында, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге федераль трассаларҙа штаттан тыш хәл тураһында белеү өсөн "Көньяҡ Урал" федераль юл идаралығына шылтыратырға  – 8 (351) 266-65-63 (шылтыратыу бушлай) һәм +7 982 331 37 84 (WhatsApp).

Фото:интернеттан.

Силәбе өлкәһенең Аша районында юл хәрәкәте сикләнә
Силәбе өлкәһенең Аша районында юл хәрәкәте сикләнә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: