Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
15 Июль 2023, 22:00

Илебеҙ юлдары буйлап - 11 мең километр!

Мотофестиваль ҡатнашыусыларын Премьер-министр Андрей Назаров ҡаршы алды.

Илебеҙ юлдары буйлап - 11 мең километр!
Илебеҙ юлдары буйлап - 11 мең километр!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Baltic Rally “Владивосток – Выборг” өсөнсө мотофестивале ҡатнашыусыларын ҡаршы алды. Быйыл уның маршруты тәүге тапҡыр Өфө аша ла үтә. Программа сиктәрендә генерал-майор М. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдылар.

– Бөгөн Baltic Rally мотойөрөшө Төньяҡ-көнбайыш төбәк сиктәрен үтте һәм бөтә илде ялмап алды. Рәсәй, ысынлап та, үҙенсәлекле ил. Тап ошонда ике тәгәрмәсле техниканы яратыусылар һәм илебеҙҙең ысын патриоттары маршрут оҙонлоғо буйынса рекорд ҡуя ала. Яратҡан илебеҙ юлдары буйлап 11 мең километр! 20 ҙур ҡала. Һеҙ быларҙың барыһын мотоцикл ултырғысында күрәһегеҙ. Башҡортостанға һәм Өфөгә һуғылғанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Андрей Назаров.

Премьер-министр әйтеүенсә, республика буйлап сәйәхәт итеү уңайлы булһын өсөн күп нәмә эшләнә, юл буйы сервисына ҙур иғтибар бүленә.

Ике тәгәрмәсле туризмды үҫтереүҙән тыш, Baltic Rally-ның тағы бер төп мәғәнәһе – Үлемһеҙ мотоплок проекты. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған илде һаҡлаған ата-бабаларға хөрмәт күрһәтеү. Шуға күрә ҡатнашыусылар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә лә сәскә һалды.

– Был ваҡиға Башҡортостандан фронтҡа киткән барлыҡ Ватан һаҡсыларына арнала. Наполеонды ҡыйратҡан “Төньяҡ амурҙары”нан башлап, бөгөнгө һаҡлаусыларыбыҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тиклем. Бергәләп көсөбөҙҙө күрһәтеү өсөн йыйылдыҡ. Беҙ алдыбыҙҙа булған бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңергә һәм маҡсатҡа өлгәшергә әҙербеҙ. Мотойөрөш – ябай сәйәхәт кенә түгел, ә теләктәшлек һәм ярҙамыбыҙҙы күрһәтеү ысулы, – тине Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: