Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
1 Сентябрь 2023, 10:30

Бөтә Рәсәй ижади конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

“Юл навигаторы” 2023 йылдың 25 сентябренә тиклем оҙайтылды

Бөтә Рәсәй ижади конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә
Бөтә Рәсәй ижади конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

Конкурс юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса темаларҙы Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары, социаль  медиа һәм  блог сфераһында яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Ойоштороусыһы – “Федераль юл агентлығының” ИНФОРМАВТОДОР" автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй конкурсы 2019 йылдан алып уҙғарыла. "Юл навигаторы" ҡатнашыусыларға юл тематикаһында үҙ һәләттәрен һәм белемдәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Ғаризалар федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары журналистарынан, редакцияларҙан, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә профилле аккаунттар алып барған йәки “Бәйләнештә” һәм Rutube ресурстарында илебеҙ юлдарына арналған тематик видеороликтар урынлаштырған юл ойошмалары хеҙмәткәрҙәренән ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашыусылар ғаризаларҙы [email protected] адресы буйынса ебәрә ала. Унда авторҙың исем-шәрифен, псевдонимын (әгәр булһа), киң мәғлүмәт сараларының исемен, конкурстың номинацияһын, электрон адресын һәм бәйләнеш телефондарын күрһәтергә кәрәк. Коллектив ғаризаларҙа бөтә авторҙар тураһында ла мәғлүмәт булырға тейеш.

Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон +7 (495) 747-91-25.

Конкурс еңеүселәренә наградалар һәм дипломдар тапшырыу 2023 йылдың октябрендә планлаштырыла.

Фото: mintrans.sakha.gov.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: