Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
6 Октябрь 2023, 22:15

Өфө халҡына – яңы автобустар

6 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс”ҡа 50 яңы “НЕФАЗ” автобусының асҡысын тапшырҙы.

Өфө халҡына – яңы автобустар
Өфө халҡына – яңы автобустар

Төбәк Башлығы билдәләүенсә, сираттағы автобустар Өфө халҡына яҡшы бүләк буласаҡ. Улар ДОК-тан “Мега”ға тиклем 226-сы маршрут буйынса хеҙмәт итәсәк. Әйтеп үтергә кәрәк: ошо йүнәлеш буйынса көн һайын 25 меңгә яҡын пассажир йөрөй.

Яңы автобустар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. “Башавтотранс”тың генераль директоры Надир Самиев әйтеүенсә, предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн 102 урынлыҡ дөйөм ятаҡ асырға планлаштырыла.

Машиналарҙың яңы партияһы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә һатып алынған. 2019 йылдан башлап федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә “Башавтотранс” өсөн бөтәһе 1130 бәләкәй, урта һәм ҙур класлы автобус һатып алынған.

– Беҙ проблемалы йүнәлештәрҙе яба барабыҙ. Ҡала үҫә, киңәйә, халыҡтың йәмәғәт транспорты менән файҙаланыуы яҡшы. Тиҙҙән тағы 250 автобус көтәбеҙ. Уларҙы республика ауылдарын һәм ҡалаларын хеҙмәтләндереүгә йүнәлтәсәкбеҙ, – тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.

 

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: