Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
2 Ноябрь 2023, 14:35

Республика автопаркы автобустар менән тулыланды

Яңы машиналар ҡала-ара маршруттарҙа йөрөйәсәк.

Республика автопаркы автобустар менән тулыланды
Республика автопаркы автобустар менән тулыланды

Бөгөн “Башавтотранс”ҡа 20 турист автобусы асҡысы тапшырылды. Уларҙы тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Автобустар бөтә Рәсәй буйынса ҡала-ара маршруттарҙа йөрөйәсәк, шулай уҡ  конгресс сараларын хеҙмәтләндерәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июндә республика автопаркына ошондай уҡ 30 автобус тапшырылды. Яңы машиналар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

– Беҙ предприяие директоры Надир Сәлимйән улы Сәмиев менән көн һайын водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял шарттарын яҡшыртыу менән шөғөлләнергә һөйләштек. Бөгөн “Башавтотранс” илдең иң эре биш пассажирҙар ташыусыһы иҫәбенә инә. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине төбәк етәксеһе.

Сара сиктәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров файҙаланыуға тапшырылған водителдәр өсөн яңы модулле ятаҡты ла ҡараны. 102 урынға иҫәпләнгән бинала йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Ошондай уҡ тағы бер ятаҡ төҙөү мәсьәләһен уйларға кәрәк, тигән һығымта яһаны Башҡортостан Башлығы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: