Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
24 Февраль , 10:00

“Үлгән” водителде туҡтатҡандар...

Нисек шулай килеп сыҡҡан һуң?

“Үлгән” водителде туҡтатҡандар...
“Үлгән” водителде туҡтатҡандар...

Өфөлә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Александр Николаев исемле водителде туҡтатҡан. Уның документтарын тикшергәндән һуң, ирҙең үлеүе рәсмиләштерелгәне асыҡланған. Баҡтиһәң, документтар буйынса ул 2021 йылда Читалағы фатирында вафат булған. Сәбәбе – билдәһеҙ.

Һуңынан асыҡланыуынса, Александр Николаевтың Чита ҡалаһынан аҙашы үлгән булған. Тик ни өсөн тап Өфө кешеһен рәсмиләштереүҙәре билдәһен. Әлегә Александр судҡа мөрәжәғәт иткән. Шуныһы ҡыҙғаныс: тикшереүҙәр барғансы ир машина йөрөтә, эш урынын алмаштыра, хатта һайлауҙарҙа ҡатнаша алмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта “үлгән” Өфө кешеһен һалым һәм штраф түләтеүҙән бер ҙә азат итмәгәндәр...

Суд Александр  Николаевтың хоҡуҡтарын тергеҙгәндән һуң, ир финанс юғалтыуҙарҙы һәм әхлаҡи зыянды компенсациялатырға ниәтләй.

Фото: Башинформ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: