Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
2 Март , 08:00

Һаҡ булығыҙ: машинаңды урлауҙары бар...

Автомобилде йыуырға ҡалдырып, эшкә киткән дә унан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Һаҡ булығыҙ: машинаңды урлауҙары бар...
Һаҡ булығыҙ: машинаңды урлауҙары бар...

Салауатта автомобиль йыуыу сервисы хеҙмәткәре клиентының машинаһын урлаған.

БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, юл-патруль хеҙмәте Индустриаль урамында көрткә батҡан “Лада Веста”ны күреп ҡалған. Водителдән һорау алған саҡта, 30 йәшлек автомобиль йыуыусы магазинға тәмәке алырға барырға ниәтләгәнен, әммә рулгә идара итеүҙе юғалтып,  юлдан ситкә төшөп киткәнен һөйләгән. Водитель таныҡлығы булмаған хеҙмәткәрҙән өҫтәүенә алкоголь еҫе лә килгән. Шул уҡ ваҡытта ул автомобилде танышымдан алдым, тип тә ышандырған.

“Административ протокол төҙөгән ваҡытта дежур бүлеккә тап ошо машинаның урланыуы тураһында ғариза килде. Бәләгә тарыусының һүҙҙәренсә, ул автомобилен йыуырға ҡалдырып, эшкә киткән булған. Хеҙмәткәр ошонан файҙаланып магазинға барған да инде“, – тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Әлеге ваҡытта ғәйепләнгән кеше ҡулға алынған, ул үҙ ғәйебен таныған. Уға ҡарата иҫерек килеш һәм водитель таныҡлығы булмайынса машинаға идара иткәне өсөн административ материал төҙөлгән, ә урлау осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Башинформ, видеонан скриншот.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: