Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
22 Март , 15:30

Күптән көтөлгән юлда хәрәкәт асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көнсығыш сығыу юлына бәйле интервью бирҙе.

Күптән көтөлгән юлда хәрәкәт асылды
Күптән көтөлгән юлда хәрәкәт асылды

– Радий Фәрит улы, һеҙҙе күптән көтөп алынған Көнсығыш сығыу юлының асылыуы менән ҡотлайым. 1992 йылдан төҙөлә башлаған объектта эштәр туҡталып ҡалғайны. Юл күп аҡса талап иткәнен аңлап, һеҙгә төҙөлөштө кире башлар алдынан һөйләшеүҙәр алып барыуы ауыр булғандыр, шулаймы?

– Был бюджеттан аҡса бүленеп төҙөлгән ябай ғына проект түгел, ә ҡатмарлы финанс схемаһы. Концессион килешеүҙә Рәсәй Хөкүмәте, концессионер, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш компанияһы ҡатнашты. Йәғни, бында һәр яҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу мөһим булып торҙо. Мин, әлбиттә, тәү сиратта республикабыҙҙың мәнфәғәттәре өсөн тырыштым. Финанс схемаһы бик баланслы килеп сыҡты. Көнсығыш сығыу юлы – Башҡортостан Республикаһында күп тиҫтә йылдар эсендә төҙөлгән иң ҙур инфраструктура объекты. Объектты төҙөүгә 40 миллиард һум тирәһе аҡса китте. Ошо сумма эсенән 26 миллиард һум – федераль капиталь грант. Унда банк тарафынан туғыҙ миллиард һум тирәһе, республикабыҙҙан 4,5 миллиард һумға яҡын аҡса һалынды. Шуның өсөн дә беҙгә бөтә яҡтың да мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға тура килде. Икенсенән, был – үҙенә күрә бик ауыр объект: ҡатмарлы тәрән тоннель. Оҙонлоғо 1200 метр булған тоннелде белгестәр оҙаҡ эшләне. Әлбиттә, һәр тоннель ҙур хәүефһеҙлек һәм ҡатмарлылыҡ системаһы булып тора. Унан һуң 2,7 саҡрымға һуҙылған эстакадалы ҙур күпергә барып сығабыҙ. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙҙыр, күперҙәр – ул бик ҡиммәтле ләззәт. Артабан иһә 10 саҡрымдан ашыу дүрт һыҙатлы юл һалынған. Әйткәндәй, бында тәбиғәт тә бик матур.

Әлеге ваҡытта был эштә ҡайһы бер нюанстар ғына ҡалды. Шулай ҙа беҙ Көнсығыш сығыу юлын сафҡа индереү өсөн рәсми рөхсәт алып, хәрәкәтте астыҡ. Был юл халыҡ өсөн нимә бирә? Хәҙер уларға М-5-се трассаһынан боролоп, Воровский урамы аша күпер яғына барырға кәрәкмәй. Уның урынына водителдәр ошо юлдан барһа, шунда уҡ ҡала үҙәгенә тиерлек эләгәсәк. Тик шуны аңларға кәрәк: беҙ хәҙер М-5-се трассаһынан Салауат Юлаев проспектына сығып була торған юл менән тәьмин иттек. Киләсәктә иһә беҙ С. Юлаев проспектын киҫеп, Галле округы урамына сығырға планлаштырабыҙ. Йәғни, беҙ тура юлдан “Урал” М-5-се федераль трассаһы менән М-7-сене тоташтырасаҡбыҙ. Күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, улар – көнсығыш һәм көнбайыш федераль трассалары. Беҙ икенсе сираттағы эшкә тотондоҡ да инде. Уның проекты әҙер, әлеге ваҡытта юл хәрәкәтендә булған объекттарҙы һүтеү менән шөғөлләнәбеҙ.

Дөйөм алғанда, был юл эшләй башланы тип әйтә алам. Был концессион килешеү булғанға күрә, юл түләүле буласаҡ. Шәхси автомобилдәр өсөн көндөҙ 100, төндә (01:00-06:00) 20 һум, ә пассажир һәм мәктәп автобустары, махсус техника өсөн барыһы ла бушлай буласаҡ. Был юл Өфөнөң транспорт инфрастурктураһында йыйылған проблемаларҙы хәл итергә тағы ла бер артерия булып торасаҡ, тип ышанбыҙ. Бында бик үҙенсәлекле ҡарар ҡабул ителде: асыҡ һауа аҫтында асфаль-бетон заводы эшләнеләр. Ул эстакада һәм күперҙең нигеҙе өсөн кәрәк булған бетон балкалар менән тәьмин итте.

– Тағы ла объекттың социаль әһәмиәте ла бар. Был территория киңәйтеләсәк бит?

– Эйе, һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ. Юл Зауфимье тип аталған территория аша үтә. Бында беҙ һыу үткәреү менән шөғөлләнәбеҙ, шулай уҡ газ да етәрлек буласаҡ. Йәғни, беҙ Өфөнөң тағы ла бер районы формалаша башларлыҡ итеп проблемаларҙы хәл итәбеҙ. Ошо урында торлаҡ төҙөлөшө башланасаҡ. Төҙөлөш потенциалына килгәндә, яҡынса иҫәпләүебеҙ буйынса 5-6 миллион квадрат метр торлаҡ булыр тип көтөлә.  Әлеге ваҡытта беҙ документтарҙы анализлайбыҙ. Бында тәбиғәт матур, урмандар ҙа бар, беҙ уларҙы һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Тик торлаҡ төҙөлөшөнә эләккән участкаларҙа төҙөйәсәкбеҙ. Һорау булғас, кешеләр торлаҡ һатып алып, Өфөгә күсә. Был урбанизациялағы бер процесс булып тора. Беҙҙең бурыс – уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү. Урында йорттар менән бергә социаль объекттар ҙа сафҡа инәсәк. Был торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә беренсе һулыш булып тора.

– Радий Фәрит улы, һеҙ Марат Шәкирйән улы менән аралашҡанда, төҙөүселәрҙең бында тупланған үҙенсәлекле тәжрибәһен башҡа объекттарҙа ла ҡулланып булыр ине тинегеҙ.

–Марат Шәкирйән улы, Премьер-министры урынбаҫары булараҡ, төбәктәргә торлаҡ һәм юл төҙөлөшөндә ҙур ярҙам күрһәтә. Ул үҙе тәжрибәле төҙөүсе булғас, бөтә процесты, шул иҫәптән иҡтисади һәм производство яғынан да – барыһын да аңлай. Марат Шәкирйән улы Башҡортостанға ныҡ ярҙам итә, шуға ла мин уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙем. Әлеге ваҡытта республикалағы юл төҙөлөшөнөң темпы быға тиклем булғаны юҡ. Бер урында М-12-се төҙөлә, шулай уҡ Р-240-сы Өфө-Ырымбур трассаһындағы Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем юл дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеләсәк. Быйыл “Көньяҡ ҡапҡаһы”н да эшләйбеҙ, М-5-се трассаһы даими киңәйтелә. М-7-се трассаһында өс ҙур булмаған участка буйынса һорауҙар ҡалды. Унда ла эштәрҙе аҙағына тиклем алып барып еткерәсәкбеҙ. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙҙыр, юлдар – бик ҡиммәтле ләззәт. Компанияларға килгәндә, беҙ күп кенә яңы проекттар әҙерләнек һәм улар өҫтөндә эшләйбеҙ. Атап әйткәндә, беҙҙә бер нисә тиҫтә иҫкергән күперҙәрҙе һәм уларҙы сығыу урындарын ремонтлау мәсьәләһе тора. Икенсенән, Интернациональ урамы аша, “Мега” эргәһендәге күперҙәр. Әйткәндәй, уның проекты әҙер, әлеге ваҡытта финанс схемалар эҙләү менән мәшғүлбеҙ.

Әлбиттә, беҙгә төҙөүселәр кәрәк. Тик был осраҡта тупланған производство командаһы бар: улар эшләргә әҙер. Инженерҙар составы ла, проектлаусылар ҙа көслө, фәнни мөмкинлектәре лә бар.

–Баш ҡалалағы күпер аша үтеү урындарына килгәндә, ысынлап та, ҙур проблема бар ине, улар арҡаһында тығындар ҙа барлыҡҡа килә торғайны. Әлеге ваҡытта Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер, Шаҡша күпере һәм, әйтеүегеҙсә, Интернациональ урамы аша, “Мега” эргәһендәге күперҙәр реконструкциялана.

– Беҙ Нуғайҙағы күперҙә хәрәкәт астыҡ, Шаҡша күперенә тотондоҡ. Был да бик күп аҡса талап итә. Быйыл Воровский янындағы күперҙе тамамлайбыҙ. Берәй ваҡыт ошондай күләмдәр булғаны бар инеме? Юҡ, әлбиттә. Былар барыһы ла берҙәм эш итеү һөҙөмтәһе, шулай уҡ Президентыбыҙ ярҙамында алға барабыҙ.

Беҙ урында ултырмайбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр күп төҙөйһөгөҙ тип әйтә, әммә Өфөнөң дә халҡы арта, кешеләрҙең мобиллеге арта. Был нимәне аңлата? Тимәк, юлдарға көс күберәк төшә башлай, транспорттар күбәйә, шуға күрә артабан да эшләйәсәкбеҙ.

– Ҙур рәхмәт һеҙгә. Тағы берҙе ҡотлайбыҙ!

 

Фото: видеонан скрин

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: