Ул Өфө үҙәген М-5 трассаһы менән тоташтыра. Республика халҡының фекере буйынса, ҡаланан сығыусылар өсөн юл ваҡыты уртаса 40 минутҡа ҡыҫҡара.
Был турала БЮТ телеканалының “Сәләм” программаһына Республикаға идара итеү үҙәгенән тура эфирҙа БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һөйләне.
1 апрелдән Көнсығыш сығыу юлынан йөрөү түләүле буласаҡ. Көндөҙ 06:00-00:30 сәғәттәрҙә еңел автомобилдәр өсөн 100, төндә 20 һум, йөк машиналарына 250, төндә 50 һум буласаҡ.
Түләүле юл йөрөүҙе индереү – Башҡортостан өсөн тәүге тәжрибә. Әле төбәктең Транспорт министрлығы транспондерҙарҙы – туҡтамайынса юл хаҡын түләргә мөмкинлек биргән электрон ҡоролмаларҙы ҡулланыу мәсьәләһен тикшерә.
Көнсығыш сығыу юлынан йәмәғәт транспорты, мәктәп автобустары, электромобилдәр, “Ашығыс ярҙам” машиналары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция һәм башҡа махсус техника бушлай йөрөй ала. Бынан тыш, республикала МХО-ла ҡатнашҡандарға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, газ-мотор яғыулығы менән эшләгән автомобиль хужалары өсөн льготалар мөмкинлеге тикшерелә. Көнсығыш сығыу юлы буйлап даими йөрөгән кешеләр өсөн абонементтар ҙа ҡарала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлы – Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй өсөн үҙенсәлекле проект. Уның үҙенсәлектәре һәм перспективалары тураһында эфир яҙмаһында.
Фото: видеонан скриншот.