Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тағы бер "Транспорт сәғәте"н үткәрҙе. Унда, әйтәйек, кисә Өфө районында меңәрләгән автомобилдәрҙән барлыҡҡа килгән тығын тураһында ла һүҙ булды. Был Р-240 "Өфө - Ырымбур" трассаһындағы йүнәтеү эштәренә бәйле ине. "Ниңә ошолай килеп сыҡҡанын һәм ундай йүнһеҙ хәл башҡаса ҡабатланмаһын өсөн ниҙәр эшләргә икәнен аңлағым килә", - тине республика етәксеһе.
"Приуралье" автомобиль юлдары федераль идаралығының начальнигы Денис Абрамов графикка ярашлы асфальт һалыу көндөҙгө 12-лә тамамланырға тейеш булғанлығын белдерҙе. Көслө ямғыр булыу сәбәпле, эш һуңыраҡ башлана. Графиктан тайпылыу инде артабан Өфөгә ингән ерҙә тығын барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була.
Киләсәктә подряд ойошмаһы эштәрҙе графикка ҡәтғи ярашлы ваҡытта - иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 5-кә һәм кисен 8-ҙән алып таңғы 7-гә ҡәҙәр - алып барырға тейеш. 8 һәм 9 май ял көндәре булып, 10 һәм 11-е эш дауам ителә.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов подряд ойошма етәкселәре менән осрашыуын, уларға хәрәкәткә зарар килтергән өсөн штраф һалыныуын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы республиканың Транспорт министрлығы, Өфө районы етәкселеге һәм Республикаға идара итеү үҙәгенә үҙ-ара килешеп эшләмәгән өсөн шелтә белдерҙе. "Был тығынды һеҙ барлыҡҡа килтерҙегеҙ. Кешеләр кәмендә ике сәғәт тығында торҙо. Был хаҡта белгәс тә, хәл итергә тырыштым, юҡһа тығын киске 11-гә тиклем булыр, Стәрлетамаҡҡа хәтлем барып етер ине", - тип билдәләне Радий Хәбиров. Был хәлде килтереп сығарыусылар язаһын алырға тейеш, тигән талап ҡуйҙы республика етәксеһе.
Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/177192.html