Сәғәт ярым элек Санкт-Петербургта Мойка йылғаһы янында водитель рулгә идара итеүҙе юғалтып, ул йөрөткән маршрут автобусы йылғаға осҡан. Урамдан китеп барғанда был йәмәғәт транспорты күпергә боролоп, ике машинаны бәрҙергән һәм ҡапыл уңға боролоп, кәртәне емереп һыуға ҡолаған. Фажиғә мәле видеояҙмала ла асыҡ күренә (беҙҙең "Бәйләнештә" социаль селтәрендә һәм "Телеграм" мессенджерында ҡарағыҙ).
Яҡынса һандар буйынса, салонда егермеләп пассажир була. Әйтеүҙәренсә, ҡорбандар бар. Ҡотҡарыу эштәре бара.
P.S. Автобустағы кешеләр түбәләге люк аша өҫкә сыға, улар араһында водитель дә була. Кемделер һыуҙан аңын юғалтҡан килеш тартып сығаралар. Уларға шунда, транспорт ҡыйығында уҡ, медицина ярҙамы күрһәтәләр. Ашығыс хеҙмәттәр килгәнсә үк һәләкәт шаһиты булған халыҡ, ярҙан һыуға һикереп, бәләгә тарығандарға ярҙам күрһәтә башлай. Хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар салондағы бөтә пассажирҙарҙы ла сығара: автобуста булған 10-лап кеше бәләнән үҙаллы ҡотола, дүрт кешене - клиник үлем хәлендә, икәүҙе ауыр хәлдә дауаханаға алып китәләр, өс кеше һәләк була. Был һандар асыҡлана әле.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Водителде ҡулға алғандар. Уны баш мейеһе һелкенгән, танауы һынған килеш дауаханаға алып китәләр. Унда хоҡуҡ һаҡсылары унан һорау ала. "Mash на Мойке" паблигы яҙыуынса, водитель "Такси" компанияһы хеҙмәткәре 44 йәшлек Рахматшох Курбонов була.
Фото: t.me/pitertop