Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
22 Май , 18:15

30 меңдән ашыу кеше льготалар менән файҙалана

Һүҙ йәмәғәт транспортындағы льготалар тураһында бара.

30 меңдән ашыу кеше льготалар менән файҙалана
30 меңдән ашыу кеше льготалар менән файҙалана

Башҡортостандың йәмәғәт транспортында берҙәм социаль юл билеты (ЕСПБ) эшләй. Льготалы категория граждандары айына 90-ға тиклем ҡала электр транспортында (трамвай, троллейбус), ҡала һәм ҡала яны автобустарында (таксиҙан тыш, шул иҫәптән маршрут автобустарында) йөрөй ала. Шул уҡ ваҡытта ЕСПБ хаҡы бер календарь айға 600 һум тәшкил итә. Был льготалар менән ай һайын 30 меңдән ашыу кеше файҙалана.

– Хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү өсөн Башҡортостанда пассажирҙарҙы ташыусыларҙы ЕСПБ менән эшләүгә йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелә. Әлегә граждандар ”Башавтотранс”, “Автомиг” һәм башҡа автобус маршруттарында ЕСПБ менән ҡуллана ала, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

ЕСПБ Башҡортостан Республикаһы территорияһында 2017 йылдан алып эшләй. Бындай билеттың хаҡы илдә иң түбәндәрҙең береһе булып һанала.

Фото: transport.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: