“Башавтотранс” автобустарының уртаса йәше ни бары биш йыл. 2024 йылдың майына ҡарата автопаркта яңы автобустар һаны 75 процент тәшкил итә. Был, һис шикһеҙ, пассажирҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, “Башавтотранс” автопаркы күпкә йәшерәк. Мәҫәлән, йәмәғәт транспортының уртаса йәше Ульяновск өлкәһендә 9-10, Киров өлкәһендә 8-10, Сыуашстанда 5-6 йыл тәшкил итә.
– Дәүләт ташыусыһы автопаркын әүҙем яңыртыу һөҙөмтәһендә ошондай һөҙөмтәләргә өлгәшелде. Биш йыл эсендә “Башавтотранс” автопаркы бәләкәй, урта һәм ҙур класлы 1430 автобус менән яңыртылды. Был маҡсатҡа 10,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Ошо йүнәлештәге эш артабан да дауам итәсәк.
Фото: transport.bashkortostan.ru