Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
28 Май , 12:30

Юлдар ремонтлана

Мокроусов – Ольховое – Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ-шишмә юлында эштәр гөрләй.

Юлдар ремонтлана
Юлдар ремонтлана

Бында инерт материалдарын ауыр техника менән ташыуға бәйле асфальт-бетон япмаһы емерелгән. 2024 йылдың яҙында күпләп ҡар иреүе арҡаһында ваҡытлыса урау юлда ла емерелеү барлыҡҡа килгән.

Апрель уртаһында юл төҙөүселәр урау автомобиль юлын  эшләгәндәр. Майҙа иһә Мокроусов биҫтәһендәге юл участкаһында соҡорҙар ремонтланған, ә ваҡытлыса урау юлда Ҡарайылға йылғаһы аша күпер янында юл йөрөүҙе тәьмин итеү өсөн профилләү эштәре башҡарыла.

2024 йылда Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ-шишмә автомобиль юлының дөйөм оҙонлоғо һигеҙ саҡрым булған ике участкаһында ремонт эштәрен башлау планлаштырыла.

Шулай уҡ Ҡарайылға йылғаһы аша күперҙе реконструкциялау буйынса эштәрҙе башҡарыуға конкурентлыҡ процедураларын үткәреү планлаштырыла.

Фото: transport.bashkortostan.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: