Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
26 Июнь , 18:15

Автомобилдәрҙе ҡуртымға алып буласаҡ!

Өфөлә 28 июндә яңы сервис эшләй башлай.

Автомобилдәрҙе ҡуртымға алып буласаҡ!
Автомобилдәрҙе ҡуртымға алып буласаҡ!

25 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ”Делимобиль” компанияһына нигеҙ һалыусы Винченцо Трани менән осрашты. Көн тәртибендә Башҡортостанда автомобилдәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуртымға алыу сервисын асыу мәсьәләһе ҡаралды.

Республика Башлығы төбәктә йәшәүселәргә яңы хеҙмәт ҡыҙыҡлы буласағын билдәләне. Быға тиклем Өфө биләмәһендә каршеринг компаниялары эшләй башлағайны, әммә коронавирус пандемияһы менән бәйле был йүнәлеш үҫеш алманы.

– Каршеринг – Башҡортостан өсөн сағыштырмаса яңы күренеш. Шул уҡ ваҡытта ул Рәсәйҙең бер нисә ҙур ҡалаһында яҡшы үҫешә лә инде, – тине Радий Хәбиров.

”Делимобиль” компанияһына нигеҙ һалыусы республикала автомобилде ҡуртымға алыу баҙарының потенциалын юғары баһаланы.

 – Башҡортостан, Өфө бизнесты үҫтереү йәһәтенән беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы, – тине Винченцо Трани. – Халыҡ автомобилдәрҙә төрлө иҫтәлекле урындарға йөрөй алһын өсөн эске туризмды үҫтереүгә лә йүнәлеш бирәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ республика менән үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтергә ниәтләйбеҙ.

Беренсе этапта ”Делимобиль” Өфө биләмәһендә 500 автомобилде файҙаланыуға тапшырасаҡ. Инвестициялар күләме 800 миллион һумға баһалана, 50-нән ашыу яңы эш урыны булдырыла. Сервис 28 июнгә эшләй башлай.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: