Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
15 Июль , 18:30

Автомобилдәрегеҙҙе дөрөҫ һатығыҙ!

Юғиһә һалымды үҙегеҙгә түләргә тура киләсәк.

Автомобилдәрегеҙҙе дөрөҫ һатығыҙ!
Автомобилдәрегеҙҙе дөрөҫ һатығыҙ!

“Автомобилде trade-in аша йәки һатыу-һатып алыу килешеүе ярҙамында һатһаҡ, транспорт һалымын түләргә тура килмәйәсәк”, тип яңылыш фекер йөрөтә күп кенә һалым түләүселәр.

Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: Дәүләт автоинспекцияһы органдары һалым ҡануниәте буйынса транспорт сараһын теркәү иҫәбенән төшөрмәйенсә, транспорт һалымын тап һеҙ түләйәсәкһегеҙ.

Ошондай хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн, элекке автомобилегеҙҙең Дәүләт автоинспекцияһы органдарында теркәлеү иҫәбенән алынғанлығына инанырға кәңәш итәбеҙ. Быны Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет” интернет-сервисында “Мөлкәт” бүлеге ярҙамында белергә мөмкин. Автомобилдең яңы хужаһы транспорт сараһын үҙенең исеменә 10 көн эсендә теркәргә тейеш.

Әгәр Шәхси кабинетта транспорт сараһын иҫәптән алыу тураһында мәғлүмәт булмаһа, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы ярҙамында раҫлаусы документтарҙың күсермәләрен ҡушып (автомобилде һатыу-һатып алыу килешеүе), икенсе кешегә һатыу (тапшырыу) менән бәйле транспорт сараһын теркәүҙе туҡтатыу тураһында ғаризаны Дәүләт автоинспекцияһы органдарына ебәрергә кәрәк. Ведомство йүнәлтелгән ғаризаны ҡарағандан һуң, мәғлүмәт  “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һәм һеҙҙең Шәхси кабинетығыҙҙа  ”Мөлкәт” бүлегендә сағылыш табасаҡ.

Транспорт сараһы теркәү иҫәбенән алынғандан һуң транспорт һалымын иҫәпләү туҡтатыла.

Транспорт сараһын иҫәптән алыу датаһы менән бәйле мәсьәлә килеп тыуған осраҡта Дәүләт автоинспекцияһы органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Мөлкәткә һалым һалыу мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт алыу өсөн 8-800-222-22-22 һандары буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Берҙәм контакт-үҙәгенә шылтыратырға мөмкин.

Фото: Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: