– Башҡортостанда “КамАЗ”дың ҙур етештереү ҡеүәттәре тупланған. Ҙур майҙансыҡтарҙың береһе – Нефтекама автомобиль заводы. Предприятиеның эш күрһәткестәре һәм бында етештерелгән продукцияның сифаты менән ҡәнәғәтбеҙ, – тип билдәләне Сергей Когогин.
Төбәк етәксеһе һәм “КамАЗ”дың генераль директоры автобустарҙы әҙерләү эше менән танышты. Бында автобус каркастарын иретеп йәбештереү һәм йыйыу буйынса роботлаштырылған комплекс эшләргә ниәтләйҙәр. Һөҙөмтәлә завод 2026 йылдан өс меңгә тиклем автобус сығара аласаҡ.
Радий Хәбиров ”НефАЗ”ды модернизациялау барышын һәм заводтың яңы эшләнмәләрен юғары баһаланы, уларҙың сифатын һәм конкурентлыҡ һәләтен билдәләне.
Фото: glavarb.ru