Күпер төҙөүселәр билдәләүенсә, был – төҙөлөш-монтаж эштәрен үткәргәндә күпер конструкцияларының тирбәлеүен булдырмау маҡсатында мәжбүри саралар.
Әлеге ваҡытта күпер ҡоролмаһының уң яғындағы ремонт тамамланыуға табан яҡынлаша. Эштәр график буйынса тәүлек әйләнәһенә бара. Шакша күперенең яңы ремонтланған өлөшө буйлап хәрәкәтте 24 июлдән дә һуңға ҡалмайынса башларға планлаштыралар.
Өфө хакимиәтенең юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгений Кулешов билдәләүенсә, көҙөн күперҙә йәнә автомобилдәр хәрәкәте тулыһынса сикләнәсәк: сентябрь-октябрҙә – туғыҙ көнгә, ноябрҙә – 21 көнгә.
– Был сикләүҙәр йыйылған күпер ҡоролмаһының ике өлөшөн сифатлы иретеп йәбештереү өсөн кәрәк буласаҡ, – тине ул.
Фото: gorodufa.ru