Юл япмаһын һаҡлау һәм юлдарҙы ремонтлау тау сәнәғәте үҫешкән территориялар өсөн мөһим тема булып тора.
– Йөктө самаһынан артыҡ тейәгән водителдәр ауырлыҡ контролен үткәндә номерҙарын ҡаплай. Ошо рәүешле улар аҡса түләүҙән дә, яуаплылыҡтан да ҡаса. Хатта йөк техникаһы һатыусылар рекламаларында ошо мөмкинлекте үҙенең өҫтөнлөгө итеп күрһәтә башланы. Был – насар күренеш.
Артыҡ йөк юлдарҙың һәм күперҙәрҙең тиҙ емерелеүенә килтерә, юл-транспорт ваҡиғалары хәүефе арта. Ошондай осраҡтарҙы ҡәтғи контролгә алырға һәм яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк. Урал аръяғында быны яҡшы аңлайҙар һәм мәсьәләне хәл итеүҙе көтәләр, – тине К. Толкачев.
Парламент спикеры быға тиклем Дәүләт Йыйылышы тарафынан ошо өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында федераль закон проекты әҙерләнеүен һәм Рәсәй Хөкүмәтенә ебәрелеүен иҫкә төшөрҙө.
– Тәҡдимебеҙҙе хуплауҙары ҡыуаныслы. Концепция камиллаштырылды, һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте индергән закон проекты бөгөн Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙы үтте. Артыҡ йөк тейәгән машиналарҙан бюджетҡа түләнмәгән аҡса байтаҡ сумма тәшкил итә. Был аҡса юлдарҙы тәртипкә килтереүгә һәм тергеҙеүгә йүнәлтелергә тейеш.
Закон проектына ярашлы транспорт сараһы менән идара иткәндә дәүләт теркәү билдәләрен идентификациялауға ҡамасаулаған йәки уларҙы үҙгәртергә йәки йәшерергә мөмкинлек биргән ҡоролмалар ҡулланғанда, бер йылдан алып йыл ярымға тиклем транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеүгә килтерәсәк һәм күрһәтелгән ҡоролмалар конфискациялансаҡ.
Фото: Башинформ.