Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
20 Август , 07:00

Баш ҡала урамдарында яңы троллейбустар елдерә

“Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө Транспорт инфраструктураһы идаралығына 10 яңы троллейбус асҡысын тапшырҙы. 

Баш ҡала урамдарында яңы троллейбустар елдерә
Баш ҡала урамдарында яңы троллейбустар елдерә

– Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү алдынан баш ҡала халҡына сираттағы бүләкте тапшырыуға шатбыҙ. Был троллейбустар беҙгә айырыуса ҡәҙерле, сөнки улар Башҡортостан-Белоруссияның берлектәге производствоһы һөҙөмтәһе булып тора. Шул уҡ ваҡытта Өфө трамвай-троллейбус заводының да үҫешеүе ҡыуаныслы. Предприятие етештереү һәм килем күләмен арттыра, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ошондай уҡ 15 троллейбусты беҙ Өфөгә тапшырғайныҡ, водителдәргә лә, пассажирҙарға ла ул ныҡ оҡшаны.

Өфө трамвай-троллейбус заводы Минск автозаводы менән берлектә сығарған техниканы ҡала электр транспортын үҫтереү программаһы сиктәрендә һатып алғандар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге туғыҙ троллейбусты Белоруссияның Премьер-министры Роман Головченко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдың октябрендә баш ҡалабыҙға тапшырҙы. Былтыр баш ҡала паркын бөтәһе 15 ошондай машина тулыландырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика етештереүселәренең ҡала электр транспорты сығарыуҙа ҡатнашыуының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төбәк етәксеһе шулай уҡ ҡала электр транспортын яңыртыу буйынса пландар хаҡында һөйләне.

– Хәҙер беҙ үҙ иҫәбебеҙгә трамвай линиялары эше менән шөғөлләнәсәкбеҙ, сөнки ҡаланың көньяҡ өлөшөндә булған юлдар тирәләй бөтә нәмә емерелгән. Ошо маҡсатта нимәлер эшләргә һәм яйлап ресурстар эҙләргә кәрәк. Артабан хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу менән булышасаҡбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: