Зарығып көткән ҡояшлы көндәр килде. Йәй буйына бер эш ҡыбырлата алмай интеккән ауыл халҡы, ниһайәт, ең һыҙғанып эшкә тотонда. Әле ауылдарҙа, баҡсаларҙа кем уҙарҙан картуф алалар, малы булғандар иһә дәррәү бесән әҙерләүгә тотондо.
Көндәр аяҙ булһа ла, әлегә ҡайһы бер баҫыуҙарға инеп булмай: йә һыу ята, йә трактор бата. Йылғаларҙа ла һыу ҡайтмаған – ташҡын. Тик ваҡыт көтмәй, тиҙерәк матур көндәрҙе файҙаланып ҡалырға тырышҡан ауыл эшсәндәре бесән әҙерләп ҡалырға, тип яна.
Бөгөнгө һауа шарттарында был теләк, ынтылыш уларҙан ауыл эшсәндәренән ҡыйыулыҡты ла талап итә. Яңыраҡ ватсапта ике тракторҙың ташҡын йылға аша сығып, бесәнгә юлланыуы турһында видеояҙма таралды. Был ике трактористың йылға аша сығыуын ҡарап тороуы хатта ҡурҡыныс – тракторҙың капоты тулыһынса һыу эсендә ҡалды, "тимер ат" бына-бына әйләнеп китер кеүек. Аллаға шөкөр, йылғаны иҫән-һау сығып, бесәнселәр юлдарын артабан дауам итте.
Был хәлде Бөрйән районында видеояҙмаға төшөргәндәр, тиҙәр. Ә һеҙ был ҡыйыу бесәнселәрҙе танынығыҙмы?
Фото: скриншот.
Видеояҙма: Ватсаптағы "Туғандар" төркөмөнән алынды.