Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында йәшәүсе Рафаэль Хәсәнов тураһында ҡыҙы – БЮТ каналы аша күптәргә яҡшы таныш алып барыусы Гөлназ Ишемғолова шулай тип яҙған:
“Әтейебеҙ ғүмер буйы колхозда эшләне. Ҡулдары алтын уның. Бына нисә йыл инде рәхәтләнеп, комбайн, иҫке трактор тәгәрмәстәренән, запчастарынан үҙе ҡороп алған тракторы менән бесәнен дә, утынын да ташый.
Йәш сағында дельтаплан яһап осорға ла хыялланған. Хатта үҙйөрөшлө, тәгәрмәсле, ЗИД моторы ҡуйып эшләнгән бысҡыһы ла бар ине мин бәләкәй саҡта. Уныһын әтейем урманға ағас бысырға барғанда йәйәү йөрөмәҫ өсөн эшләп алған булған. Бысыр алдынан тәгәрмәстәрен ала ла, әйҙә инде, рәхәтләнеп быса. Әнейем әйтеүенсә, хатта еләк йыйырға ла шуның менән йөрөгәндәр.
Ир-егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, әтейемдең һөнәрҙәре күп: электрик, комбайнер, тракторист, шофер, завхоз, инкубатор операторы, моторист һ.б. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенә яңы шөғөл тапты, бал ҡорттары үрсетә башланы. Әлеге көндә өҫтәлебеҙҙән хуш еҫле ҡарабойҙай, сәскә, йүкә балдары өҙөлмәгәне өсөн рәхмәт, әтей!
Әнейем менән матур итеп донъя көтәһегеҙ! Имен тормош, бәхетле оҙон ғумер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә, әтей, әней!”
Фото һәм видео: Гөлназ Ишемғолованың социаль селтәрҙәге битләүенән.