28 октябрҙә Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IRBIS заманса автозаправка комплексында булды. Уны 2024 йылдың октябрендә Михайловка ауылындағы М-7 “Волга“ федераль трассаһында өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә астылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың июнендә XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында республика Хөкүмәте менән “ИРБИС-БР“ яғыулыҡ компанияһы араһында заправкалау инфраструктураһын үҫтереү буйынса килешеү төҙөлдө. Ә 2022 йылдың авгусында килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Ирбис-РБ“ компанияһы “Инвестиция сәғәте“ндә Өфөлә, Өфө һәм Кушнаренко райондарында заправкалау станцияларын төҙөү буйынса проекттарҙы тәҡдим итте.
Башҡортостан биләмәһендә беренсе IRBIS автозаправкаһы 2022 йылда Өфө районының Зубов ауылында эшләй башланы. Уның мөмкинлектәре менән республика Башлығы Радий Хәбиров танышты.
Михайловкалағы төҙөлөшкә 250 миллион һум аҡса һалынған. Инвесторға ярҙам саралары сифатында ер участкаһы ҡуртымға бирелә һәм заправканы төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана. Бынан тыш, проект сиктәрендә компания мөлкәткә һалым буйынса льготалар ала.
Төбәк етәксеһе яғыулыҡ ҡойоу станцияһын ҡараны һәм “ИРБИС-РБ“ компанияһы етәкселеге менән юл буйы сервисын артабан үҫтереү пландарын тикшерҙе. Инвестор Башҡортостан биләмәһендә тағы ла һигеҙ яғыулыҡ станцияһын булдырырға ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта республика юл буйы сервисына дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүен дауам итәсәк. Республика Башлығы ярҙам саралары 2030 йылға тиклем оҙайтыласағы тураһында хәбәр итте.
– Юл буйы сервисы – иҡтисадтың мөһим өлөшө. Бында кешеләр аҡса эшләй, бизнес һалым түләй. Беҙ республика ярҙам программаһын 2030 йылға тиклем оҙайтырға ҡарар иттек. Был ваҡытҡа тиклем ошо йүнәлеште тултыра алырбыҙ тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru