Объектты “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проектына ярашлы реконструкциялайҙар.
1984 йылда төҙөлгән күпер һуңғы ваҡытта яҡшы торошта түгел ине. Уны тергеҙеү буйынса бихисап эштәр башҡарылған. Өфө хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы начальнигы Константин Паппе билдәләүенсә, күперҙе капиталь ремонтлауҙың төп бурысы иҫкергән тимер-бетон тороҡло ҡоролмаларҙы металл ҡоролмаларға алмаштырыуҙан ғибәрәт.
Ҡоролманың оҙонлоғо 687 метр тәшкил итә, шуларҙың 440 метры – күпер өлөшө. Дүрт һыҙатлы яңыртылған күпер юғары үткәреү һәләтен, Шакша биҫтәһе һәм яҡын-тирәләге ауылдар менән уңайлы транспорт бәйләнешен тәьмин итәсәк. Эргә-тирәләге территорияны төҙөкләндереүҙе һәм локаль таҙартыу ҡоролмаларын ҡуйыуҙы 2025 йылда тамамларға планлаштыралар.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров республиканың башҡа күперҙәрендә, шул иҫәптән Өфөнән көньяҡҡа сығыу юлында һәм Ағиҙел йылғаһы аша Затон күперендә эштәрҙе тамамлауҙың мөһимлеген билдәләне.
– Беҙ бер йылдан Затон күперен ремонтлауға тотонорға тейешбеҙ. Финанслау сығанағы әлегә тикшерелә. Шулай уҡ Интернациональ һәм Нижегородка урамдарындағы күперҙәр буйынса проект эштәре дауам итә. Унда беҙ концессия килешеүҙәре варианттарын ҡарайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, республика етәксеһе ҡаланың транспорт инфраструктураһында күперҙәрҙең мөһимлеген билдәләне.
– Алда тағы бер нисә ҙур проект тора, уларҙы ла федераль үҙәк ярҙамында тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер Өфөлә тағы ла яңыртылған күпер барлыҡҡа килде. Уны “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы төҙөнөк. Уның ярҙамында федераль аҡсанан ике миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп итә алдыҡ. Бындай ярҙамһыҙ республикаға ауыр булыр ине.
Фото: glavarb.ru