Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
2 Ғинуар 2025, 14:00

Көнсығыш сығыу юлында тариф үҙгәрә

Кем күпме түләйәсәк? Хаҡтар - сайтта.

Көнсығыш сығыу юлында тариф үҙгәрә
Көнсығыш сығыу юлында тариф үҙгәрә

6 ғинуарҙан башлап Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлында яңы хаҡтар ғәмәлгә инә.

Был трасса былтыр 21 мартта асылды. Беренсе этапта республика Хөкүмәте ябайлаштырылған тариф планы индерергә хәл итте, ул ике төр транспортҡа һәм иң түбән хаҡтан тора ине. Был водителдәргә яңы юлдың өҫтөнлөктәрен аңларға ваҡыт биреү, шулай уҡ бындағы хеҙмәттәрҙе, сервисты тулыһынса юлға һалыу өсөн мөһим булды. Һөҙөмтәлә:

* апрелдән башлап ҡулаҡсаһыҙ түләү мөмкинлеге булдырылды;

* май айынан транспондер ярҙамында түләү барлыҡҡа килде;

* июлдә Көнсығыш юлынан үтеүгә льготалар биреү тәртибе ҡаралды;

* ноябрҙә уға төҙәтеү һәм үҙгәрештәр индерелде;

* 9 декабрҙә транспондерҙар менән үтеүгә айырым һыҙаттар булдырылды;

* Дәүләт хеҙмәттәренең республика порталында бушлай һәм льготалы үтеүҙе юллау мөмкинлеге асылды.

Әлеге көнгә Көнсығыш сығыу юлы эшен тәртипкә һалыуҙың иң мөһим саралары атҡарылған. Уның һәйбәт эшләүен тәьмин итерҙәй бөтә хеҙмәттәр ҙә ойошторолған, һәм ул Автодор стандарттары буйынса тулы эксплуатациялауға күсерелә.

6 ғинуарҙан тариф планына транспорт төрҙәренең дүрт категорияһы индерелә.

Транспондерҙар ярҙамында түләүселәргә һәр категорияла 20 һум ташлама яһала.

Транспондерһыҙ, беренсе категория транспорт менән үтеүселәр өсөн хаҡ – 150 һум, икенсе категорияға – 250 һум, өсөнсө һәм дүртенсе категорияларға 300 һум тәшкил итә башлай. Төнгө сәғәттәрҙәге ташламалар ғәмәлдән сығарыла.

Түләүле юлдан йөрөгәндә ваҡыт әҙерәк китеүен, яғыулыҡ кәмерәк тотонолоуын, шулай уҡ юғары сервис менән файҙаланырға мөмкин икәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.

Шуныһы ла бар: Көнсығыш юлынан үтеүселәр Рәсәйҙә бер ерҙә лә булмағанса күп льгота менән файҙалана ала.

Сығанаҡ: t.me/easternexitufa

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас