Һүҙ Өфө – Ырымбур трассаһындағы Өршәк йылғаһы аша күперҙе яңыртыу тураһында бара. Булгаков ауылы янындағы трассала күперҙе ремонтлау ваҡыты ике аҙнаға ҡыҫҡартылды. Авария хәлендә тип танылған яһалма ҡорамалды ремонтлау эштәрен 2025 йылдың 3 июнендә башлап, август башында тамамлау күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 апрелдә уҙған кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров күперҙе ремонтлау ваҡытын яңынан ҡарарға ҡушҡайны.
– Контракт буйынса подряд ойошмаһы эштәрҙе 2025 йылдың майынан ноябренә тиклем башҡарырға тейеш ине. Әммә, юл участкаһының юғары интенсивлығы менән бәйле, ремонт эштәренең ваҡытын ҡыҫҡартырға һәм трафик аҙыраҡ булған осорҙа – июндә һәм июлдә башҡарырға ҡарар ителде. Эштәр тәүлек әйләнәһенә, ике сменала барасаҡ, шул иҫәптән ял һәм байрам көндәрендә лә, – тине “Приуралье” ойошмаһы етәксеһе Денис Абрамов.
Ремонт ваҡытында юлдың ошо участкаһы өлөшләтә ябыласаҡ. Бында светофор ярҙамында өс һыҙаттан хәрәкәт итеү ойоштороласаҡ. Урта һыҙатта реверсив хәрәкәт булыр тип көтөлә.
Фото: Горобзор.