Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
17 Апрель 2025, 18:15

Иғтибар: федераль трассаның яңы участкаһы ябылды!

Водителдәр, маршруттығыҙҙы алданыраҡ планлаштырығыҙ.

Иғтибар: федераль трассаның яңы участкаһы ябылды!
Иғтибар: федераль трассаның яңы участкаһы ябылды!

2025 йылдың 16 июненә тиклем Дүртөйлө, Илеш һәм Саҡмағош райондарында М-7 трассаһының яңы участкаһында (Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдарын урап үтеү) бөтә транспорт саралары өсөн хәрәкәт ябылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 65 саҡрым оҙонлоҡтағы юлдың был участкаһы буйынса хәрәкәт 2024 йылдың декабрендә башланғайны.

  • Юл хәрәкәтен автоматлаштырылған идара итеү системаһын ҡороу һәм уны эшләтеп ебәреү-көйләү өсөн урау юлды ябырға кәрәк;
  • Был юл участкаһын М-7 “Волга” трассаһының иҫке йүнәлеше буйынса ауылдар аша урап үтергә мөмкин (схемала йәшел төҫ менән күрһәтелгән).

Водителдәрҙе юлда иғтибарлы булырға, ошо сикләүҙе иҫәпкә алырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе һорайбыҙ.

Фото: БР Транспорт министрлығы.

Автор: Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас