24 майҙа Өфөлә йәнә ҙур спорт байрамы – Бөтә Рәсәй ”Забег. РФ” ярыммарафоны үтәсәк.
Сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү менән бәйле ҡаланың тарихи үҙәгендә автотранспорт хәрәкәте ябыласаҡ.
Түбәндәге участкаларҙа сикләүҙәр индерелә:
Йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемалары слайдтарҙа күрһәтелгән. 24 майҙа 5-се һәм 16-сы трамвайҙар хәрәкәте туҡтатыласаҡ, ә 22-се троллейбус маршруты үҙгәртелгән схема буйынса эшләйәсәк:
Ҡала хеҙмәттәре Өфөлә йәшәүселәрҙән маршруттарын алданыраҡ хәстәрләүен һорай.
Айырыуса шуны билдәләп үтергә кәрәк: сикләүҙәр индерелгән зоналарҙа урынлашҡан йорттарҙан шулай уҡ машинала сығып булмаясаҡ, шуға күрә халыҡҡа алдан шәхси автомобилдәрен икенсе урында ҡалдырырға кәңәш ителә.
Сығанаҡ: Өфө хакимиәте матбуғат хеҙмәте.