Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
29 Октябрь 2025, 18:20

Күпер һалған – күп рәхмәт алған

Күпер төҙөү - изге эштәрҙең иң бөйөгө, тиелә пәйғәмбәр хәҙистәренең береһендә. Нисәмә быуын күперһеҙ йонсоған Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылы халҡы уның әһәмиәтен яҡшы белә. Ашот Нргеян етәкселегендәге "Дорожник" юл төҙөү идаралығы йәмғиәте Һуҡайлы йылғаһы аша күпер төҙөгәнен ишеткәс, эш барышын барып күрергә булдыҡ.

Күпер һалған – күп рәхмәт алған
Күпер һалған – күп рәхмәт алған

Күпер һалған – күп рәхмәт алған

Күпер төҙөү - изге эштәрҙең иң бөйөгө, тиелә пәйғәмбәр хәҙистәренең береһендә. Нисәмә быуын күперһеҙ йонсоған Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылы халҡы уның әһәмиәтен яҡшы белә. Ашот Нргеян етәкселегендәге "Дорожник" юл төҙөү идаралығы йәмғиәте Һуҡайлы йылғаһы аша күпер төҙөгәнен ишеткәс, эш барышын барып күрергә булдыҡ.

Һәр йылға яҙын һыу ташҡан осорҙа үҙенең холҡон күрһәтә. Нәҡ ошо миҙгелдә күпер ныҡлығы һынала ла инде. Йәйен тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына булып һайыҡҡан Һуҡайлы йылғаһы яҙын юлындағы бар кәртәне емереп ағыҙып алып китерлек булып ҡотороп, торба өҫтөнә таш түшәлгән күперҙе йыл да алып китеп торған. Әлбиттә, яҙын секундына 149 кубометр аҡҡан һыу юлындағы әллә ниндәй кәртәләрҙе емерер. 

Әле йылға ярында эш ҡайнай: экскаватор гөрләп эшләй, материал да етерлек. Төҙөлөштә тик сифатлы, 550 маркалы цемент, йыуан арматура ҡулланылған, монолит бетон колонналар күтәрелгән. Юлсыларға эш шарттары булдырылған.  Дәүләтҡол ауылынан  Ғәйнулла Рахманғолов егеттәргә үҙенең ярҙамын тәҡдим иткән.

Мастер Руслан Пилаонов әйтеүенсә, бригада күпер төҙөү буйынса байтаҡ эш тәжрибәһе туплаған. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында һәм башҡа төбәктәрҙә улар төҙөгән объекттар бар. Был күперҙе декабрь урталарына тапшырырға ниәтләйҙәр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтә республика буйынса күперҙәр төҙөү һәм ремонтлау тураһында хәбәр итте.

“Әле бер юлы бер нисә тиҫтә ҡоролмала, шул иҫәптән федераль магистралдәрҙә эштәр алып барыла. "М-5", "Урал“, "М-7", "Волга“ һәм "Р-240" трассаларында планлы ремонт бара, төбәк һәм муниципаль юлдарҙа 16 күпер төҙөлә”.

Фекер

Ғәйнулла РАХМАНҒОЛОВ, ауыл старостаһы:

 - Үҙемде белгәне бирле йүнле күпер күргән булманы. Аҫылмалы күперҙе 1968 йылда Ғәҙелбай Байрамғолов тигән ағай иретеп йәбештергәйне. Оҙаҡ ҡына хеҙмәт иткәндән һуң, уныһын да ташҡын йыуып алып киткәйне. Быныһы оҙон ғүмерле булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Күпер һалған – күп рәхмәт алған
Күпер һалған – күп рәхмәт алған
Күпер һалған – күп рәхмәт алған
Күпер һалған – күп рәхмәт алған
Күпер һалған – күп рәхмәт алған
Күпер һалған – күп рәхмәт алған
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас