Шәйехзада Бабичтың атаһы Мөхәмәтзакир мулланың өс улы булған: Мөхәмәткәрим, Шәйехзада, Фәтхелҡадир. Мөхәмәткәримдән тыуған Әхмәтсафаның улы Нәзир бабайҙан ишеттем мин тәүге тапҡыр “Без үзебез башкортлар!” тигән һүҙҙе. Ул ваҡытта мин йәш журналист һәм башҡорт әҙәби телендә һөйләшеү — һәр башҡорт өсөн иң төп талап, тигән ҡараштағы кеше инем.
Ә бит тап ана шул ҡараш арҡылы беҙ күпме милләттәшебеҙҙе юғалттыҡ. Әйтерһең, борон бар башҡорттар ҙа әҙәби телдә һөйләшкән. Ниндәй генә диалектта һөйләшһә лә, әгәр кеше үҙен башҡорт тип таный икән, ниңә әле унан әҙәби тел нормаларын талап итергә? XXI быуатҡа килеп еткән кешелек дәүләт теле, әҙәби тел тигән нормативтарға таяна икән, тимәк, уларҙы таныған.
Әммә тел ул ҙур океан, даръя икәнен оноторға ярамай. Диалекттар — ана шул телебеҙҙе байытҡан, һуғарған шишмәләр! Шишмә юлын быуһаҡ, уның икенсе яҡҡа ағып китеүе лә ихтимал. Диалектты күтәреп торған замандаштарыбыҙ – тарихсы Гәрәй ырыуы башҡорто, Башҡортостан автономияһы башында торған Илдархан Мутиндың яҡын туғаны Радик Бәхтиевтең, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәйнә башҡорто, Пермь өлкәһе егете Альберт Мәхмүдовтың башҡортлоҡтарын, диалект үҙенсәлектәрен хуплауҙарын күтәреп алайыҡ!
Ҡырҡып ташланды толомдар,
Сәсен ҡырҙырған малайҙай,