Бөтә яңылыҡтар

Ауылдарҙа ла диктант яҙҙылар

Быйыл башҡорт теленән диктант яҙыу бөтә халыҡ байрамына әйләнде. Ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә генә түгел, бәләкәй ауылдарҙа ла кешеләр мәктәптәргә йыйылды. Күбеһе милли кейемдәрҙә ине.

Быйыл башҡорт теленән диктант яҙыу бөтә халыҡ байрамына әйләнде. Ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә генә түгел, бәләкәй ауылдарҙа ла кешеләр мәктәптәргә йыйылды. Күбеһе милли кейемдәрҙә ине.


Был сараның күркәм йолаға әйләнеп, йылдан-йыл киңерәк даирәне солғарына шикләнмәйбеҙ. Кемдер ни сәбәптәндер бара алмағанына, кемдер диктанттың ауылында уҙғарылмағанына үкенес белдергән дә инде. Ә был һүрәттәрҙә - төпкөлдә лә уны яҙа алған бәхетлеләр - Баймаҡ районының Үрге Иҙрис һәм Ҡолсора ауылдары телһөйәрҙәре.


Фото: vc.com
Читайте нас: