“Хәйерле иртә, ҡорҙаштарым! Бөтә донъя башҡорттарының оло байрамы – Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым! Мин диктантты үҙем нигеҙ һалған туған гимназиям – Иҫәнғол башҡорт гимназияһында яҙам. Уңыштар һеҙгә! Уңыш һиңә, Ҡояш ғүмерле башҡорт телем!!!” – тип яҙҙы үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә абруйлы ағинәй Мәрйәм Бураҡаева.
Бөгөн республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, хатта милләттәштәребеҙ йәшәгән сит илдәрҙә башҡорт теле байрамы үтә, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Халыҡ-ара диктантҡа Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һарытау, Ханты-Манси, Төмән, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа бихисап өлкәләр һәм ҡалалар ҡушылды. Шулай уҡ Төркиә, Канада, Америка, Европа илдәрендә башҡорт теле яңғыраясаҡ бөгөн!