Башҡорт телен һәйбәт белгән, әҙерлекле төркөм өсөн диктанттың тексын махсус рәүештә шағир, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр яҙған. Телде яңы өйрәнә башлағандарға Вәкил Хажин менән Әхәт Вилдановтың тексы тәҡдим ителде. Тексты телде һәйбәт белгәндәр өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, әҙерлек кимәле түбәнерәктәр өсөн йәмәғәт эшмәкәре Ростислав Мырҙағолов уҡый. "Радость есть" кафеһында баш ҡаланың өлкән кешеләре яҙа. Улар өсөн билдәле башҡорт блогеры Фидан Килмөхәмәтов уҡый. "Зур Нэнэйка" кафеһында телде хөртөрәк белгәндәргә талантлы скульптор, рәссам, карикатурасы Камил Буҙыҡаев уҡый.