Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты онлайн режимда ойошторолған Халыҡ-ара диктант яҙыуҙың төп майҙансығы итеп һайланыуы осраҡлы түгел, сөнки уҡыу йортонда Урал аръяғы райондарынан килгән ҡыҙ һәм егеттәр белем ала. Институтта уҡыған студенттарҙың 90 проценты башҡорттар.
Сара халҡыбыҙҙың гимны “Урал” йырын башҡарыу менән асылды. Ҡунаҡтарҙы уҡыу йорто директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Вәлиев сәләмләне. Диктант яҙыуға килеүселәр араһында Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, ҡаланың төрлө ойошма, предприятие вәкилдәре, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм олалар бар ине.
Туған телен хөрмәт итеп, сарала ҡатнашырға теләк белдереп, белемдәрен һынап ҡарарға килеүселәргә “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ.
Диктант яҙыуҙа бөтәһе 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, Силәбе өлкәһенән һәм Өфө ҡалаһынан килеүселәр ҙә булды.
Фото: Азат Вәлиевтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән алынды.