Бөтә яңылыҡтар

Хәйбуллалар ҙа ситтә ҡалманы

Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм яҡлау, башҡорт халҡы милли мәҙәнилеген таратыу, халыҡтың тел кимәлен арттырыу маҡсатында үткән башҡорт теленән Халыҡ-ара диктантта хәйбуллалар әүҙем ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре, шул иҫәптән, муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, уның урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина һәм башҡалар булды.

Туған теленең матурлығын тойған, уның нескәлектәрен тәрәндән белгән кешегә диктант яҙыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Үҙ белемеңде һынап ҡарау, уны тикшереү йәһәтенән дә бик уңайлы, ти сарала ҡатнашыусылар.

Фото: “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенән
Читайте нас: