Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың тел мәҙәниәте кимәлен күтәреү маҡсатында уҙғарылған халыҡ-ара диктантта учалылар ҙа актив ҡатнашты.
Ҡаланың 1-се башҡорт лицейында һәм райондың 20 мәктәбе майҙансыҡтарында учалылар туған телдәрен нисек белеүҙәрен һынаны. Акцияға төрлө һөнәр эйәләре, уҡытыусылар, ата-әсәләр, дауахана хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары, ижад кешеләре, “Хазина” фольклор төркөмө ағзалары, уҡыусылар ҡушылды.
Диктант текстарын эштәрендә ҙур уңыштарға ҡаҙанған, абруйлы башҡорт теле уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар уҡыны.