Бөтә яңылыҡтар

Диктант та яҙҙылар, бүләк тә алдылар

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” белем биреү акцияһы шаулап-гөрләп үтте. Шул иғтибарға лайыҡ, мөһим сарала тотош донъя ҡатнашты.

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” белем биреү акцияһы шаулап-гөрләп үтте. Шул иғтибарға лайыҡ, мөһим сарала тотош донъя ҡатнашты.


Ул быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо, улай ғына ла түгел, халыҡ-ара статусына күтәрелде. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фондының диктант яҙыу инициативаһын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хупланы.


“Башҡортостан” республика гәзите диктант яҙыусы өс кешегә электрон баҫмаға яҙылыуға сертификат бүләк итте. Бына ул бәхетлеләр – Силәбе өлкәһенән Әлиә Ноғоманова, Сербиянан Эльвира Моталова, Швейцариянан Айһылыу Янтурина-Дарлес.


Фото: Нәсих Хәлисов.
Читайте нас: