Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы – унынсы йыл рәттән баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙғарыла килгән сара – төбәк-ара кимәлгә күтәрелде. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл был бәйге Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына лайыҡ булды.
Конкурс ете номинация буйынса үткәрелде: әкиәтте яттан һөйләү, әкиәтте фольклор коллективтары һәм ғаилә менән сәхнәләштереү, йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар әҙерләү, күргәҙмәләр эшләү, әкиәт геройҙары костюмдарын күрһәтеү, әкиәттәр ижад итеү.
Бәйгелә республиканың район һәм ҡалаларынан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә балалар ҡатнашты. Башҡорт, рус, үзбәк, ҡаҙаҡ, беларус, таджик, һинд, әрмән, ҡытай, поляк, фин, нанай, эскимос халыҡтарының әкиәттәре башҡорт телендә яңғыраны.
Иртәгә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында конкурстың Гала концерты үтә.
Фото: “Бәйләнештә” селтәрендәге “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төркөмөнән.