Башҡортостанда тел мәсьәләһенә бәйле төрлө саралар йыш ойошторола. Ошо көндәрҙә Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә: тәжрибә һәм үҫеш юлдары” тигән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Ҡунаҡтар айырыуса Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар фонды, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми архивы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге китапханаһы күргәҙмәһе янында күп ине.
Пленар ултырышта телмәр тотҡан Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының профессоры, география фәндәре докторы Айбулат Псәнчин Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығының ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
– Бөгөнгө сара башҡорт телен өйрәнеү йүнәлешендә ҙур һәм һөҙөмтәле майҙансыҡ булырына ышанам, – тине Башҡортостан Башлығы идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса бүлеге советнигы Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова. – Беҙҙә алып барылған тел сәйәсәте тотош илебеҙҙә хуплау тапты. Республика етәксеһенең Указына ярашлы яңы йүнәлештәр билдәләнде, төрлө программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы Гранты, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, башҡорт теленән диктант, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, күрше өлкәләрҙә үткән башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре – шуға миҫал.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев конференцияның исеменең уңышлы һайланыуына баҫым яһаны һәм былай тине:
– Башҡорт теле “Урал батыр” эпосынан башланған. Туған тел – ул ҙур байлыҡ. Мәҫәлән, тарихты байҡаһаҡ, арҙаҡлылар Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич туған телебеҙҙә халыҡҡа мөрәжәғәт иткән. Мәғрифәтсенең “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәре һәр заманда ла актуаль. Бөйөк Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан уҙған сараларҙа шағирҙың шиғырҙарын башҡортса һөйләнек.
Зәки Арыҫлан улы, башҡорт телен дәүләт һәм туған тел булараҡ уҡытыуҙа башҡорт теле уҡытыусыларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ, был йәһәттән китаптар һәм әсбаптар етерлек, тип билдәләне. Башҡорт телен өйрәнеү эшен балалар баҡсаһынан алып юғары уҡыу йорттарына тиклем башҡарырға бурыслыбыҙ.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының идаралыҡ начальнигы Булат Зиннуров, профессор Айтуған Аҡманов, тарих фәндәре докторы Марина Мартынова һәм башҡаларҙың сығыштары ла фәһемле, мәғлүмәтле булды.