Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
4 Декабрь 2019, 17:00

Башҡортса геологик терминдар ҡулланып һөйләш!

“Ғилем” нәшриәтендә 100 дана тираж менән “Русско-башкирский словарь геологических терминов” китабы донъя күрҙе.

“Ғилем” нәшриәтендә 100 дана тираж менән “Русско-башкирский словарь геологических терминов” китабы донъя күрҙе. Авторы – техник фәндәр докторы, геология-минералогия фәндәре кандидаты билдәле ғалим Эрнст Юлбарисов.
Һүҙлеккә 3 мең тирәһе һүҙ ингән. Унан тыш, ҡушымтала тышҡы күренешенә ҡарап, минералдарҙы билдәләү ысулдары ла, билдәле геолог ғалимдарҙың, республиканың ошо өлкәлә эшләгән шәхестәренең, тау-геология предприятиелары етәкселәренең исемлеге күрһәтелгән. Һүҙлек геология тармағы өсөн генә түгел, мәктәп уҡыусыларына ла, йәштәргә, студенттарға, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән.
Яңы һүҙлек ер аҫты байлыҡтары тураһында иркен һөйләшергә теләгәндәргә ярҙамға килер. Ғөмүмән, ошондай һүҙлектәр тиражлап, китапханаларға етерлек итеп сығарылһа, тағы ла яҡшы булыр ине.
Читайте нас: