Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
11 Декабрь 2019, 18:15

Заман шарттарында телде һаҡлау зарур

Маҡсаты – Рәсәй халыҡтары телдәренең компьютер лингвистикаһы мәсьәләләренә анализ яһау, кешелек цивилизацияһының глобалләшеү һәм техноген үҫеш шарттарында телдәрҙе һаҡлап ҡалыу проблемаларын тикшереү, ғилми бәйләнештәрҙе нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу.

Бөгөн Өфөлә “Рәсәй халыҡтарының электрон яҙмаһы: тәжрибә, проблемалар һәм перспективалар” тигән II халыҡ-ара ғилми конференция асылды. Ойоштороусылары – Башҡортостан Фәндәр Академияһы, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге һәм “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт учреждениеһы.
Маҡсаты – Рәсәй халыҡтары телдәренең компьютер лингвистикаһы мәсьәләләренә анализ яһау, кешелек цивилизацияһының глобалләшеү һәм техноген үҫеш шарттарында телдәрҙе һаҡлап ҡалыу проблемаларын тикшереү, ғилми бәйләнештәрҙе нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу.
Конференцияның эше бер нисә йүнәлештә барҙы. “Милли тел корпустары. Корпус лингвистикаһының проблемалары” тип аталған секцияла милли телдәрҙең үҫеше тураһында һүҙ барҙы, ә “Лингвистик база мәғлүмәттәре һәм ҡушымталар, интернетта телдең үҫеше” исемлеһендә донъя кимәлендә телде ҡулланыу мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ ”Электрон мәғариф ресурстары һәм милли телдәрҙә уҡытыу методикаһы”, “Когнитив лингвистика проблемалары” тип аталған секцияларҙа арҙаҡлы белгестәр ҙә, йәш ғалимдар ҙа күп ҡатнашты.
Халыҡ-ара конференция иртәгә лә дауам итә. Унда педагогтар һәм студенттар оҫталыҡ дәрестәрен ҡараясаҡ, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: